Азатты мин студент сағынан беләм: уның тураһында яҙғаным да булды. Әммә уның тыуған районында эшләп, кинәт бер мәлдә тәүәккәллек итеп Сибай концерт-берекмәһенә эшкә килеүе үҙе бер батырлыҡҡа тиң!
Яҡты донъяны күреүҙән тыумыштан мәхрүм булған әңгәмәсем аралашыуға шул тиклем ихлас. Музыка һәм ижад хаҡында һүҙ сыҡҡас, ул урынынан бер аҙ күтәрелгәндәй, минең яҡҡа әйләнеп, ҙур теләк менән менән йыр-моң хаҡында, ниндәй йырҙар ижад итеүе, шиғырҙарҙы нисек һайлап алыуы, ниндәй композиторҙарҙың ижадын яратыуы, ниндәй йырҙарға өҫтөнлөк биреүе хаҡында бәйән итте.
Тәүҙәрәк геройымдан яңылыш берәй нәмә һорап, үпкәләтеп ҡуйырмын тип ҡурҡһам, аҙаҡ был ҡурҡыу хисе лә юғалды. Юлына осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға алған, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған һынмаҫ рухлы егеткә тик һоҡланырға ғына мөмкин.
Азат Исҡужин - Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы егете. Өфөнөң 28-се махсус мәктәбендә белем ала, артабан Сибай сәнғәт колледжында уҡый.
- Ғаиләлә беҙ өс бала, Әлфинә менән Зөлфинә исемле һеңлеләрем бар. Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булыуымды мин Аллаһ Тәғәләнең һынауы тип ҡабул иттем һәм үҙ донъяма ғына бикләнеп, яҙмышыма үпкәләмәйем. 11 йәшемдә, русса бер һүҙ белмәйенсә, Өфөгә белем алырға ынтылдым. Һуҡырҙар өсөн тәғәйенләнгән махсус мәктәптә 12 йыл уҡыным, йырға булған тәүге һөйөүем тап ошо белем усағында барлыҡҡа килде. Уҡытыусым Гөлдәр Байғужинаға ҙур рәхмәт, - ти йырсы
Азатҡа йырға булған һәләт бала саҡтан һалынған, тап ошо сифаттар уны ауыр тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа, һынмаҫҡа, барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға булышлыҡ итәлер ҙә, күрәһең. Уның шул тиклем ихлас әңгәмәсе булыуына һоҡланып ултырҙым: телмәре бай, төрлө ваҡиғаларға, донъяға ҡарата үҙ ҡарашы, ҡыйыу фекер йөрөтә белеүе, уҡымышлылығы һәм иҫ киткес юғары интеллектуаль булыуы шатландырҙы.
Тормошондағы бер ваҡиғаны ул һәр юғарынан бирелгән оло бүләк булараҡ ҡабул итә һәм юҡҡа түгел тип иҫәпләй. Егеткә күренекле композитор һәм йырсы Салауат Низаметдиновтан дәрестәр алырға насип була. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, күңелендәге йыр-моң уға тынғылыҡ бирмәй. Йәнтеш ауыл клубында, Аҡъяр мәҙәниәт йортонда бер нисә тапҡыр сәхнәгә сығырға тура килә уға. Ылыҡтырғыс сәхнә тормошо үҙенә яҡын булыуын бар күңеле менән төшөнгән егет белемен артабан дауам итеү теләге менән яна.
Сибай сәнғәт колледжына уҡырға ҡарар иткәс, тәүҙә ҡабул итеү комиссияһы аптырап ҡала, кәңәшләшкәндән һуң егетте имтиханға саҡыралар. Азат уҡытыусы Динар Ыласынов класында белем ала. Төркөмдәше Илһам Мөхәмәтшин бар яҡлап ярҙам күрһәтә, бергәләп уҡыуға йөрөй, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Колледж етәкселеге лә үҙенсәлекле студентҡа бар яҡлап ярҙам күрһәтә: һуҡырҙарҙы хеҙмәтләндергән уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырып, уның өсөн махсус әсбаптар, программалар алынған.
Һәләтле, күптәргә үрнәк булырлыҡ Азатҡа, үҙе әйтмешләй, тормош юлында тик яҡшы кешеләр генә осрай. Күбеһенсә ижадташ дуҫтары уны үҙе килеп эҙләп таба. Яҡташы, йәш режиссер Айнур Асҡаровтың “Яратам һине, донъям!” исемле клибында төшә. Унда Азат йәнде тетрәтер йыр башҡара, был йыр “Ҡурай”, “Туған тел” каналдарында йыш бирелә. Бар яҡлап үҫешергә тырышҡан егет төрлө йыр бәйгеләрендә, конкурстарҙа ҡатнаша.
- Иң ҙур еңеүем - Өфөлә үткән “Серле йондоҙҙар” конкурсында ҡатнашыуым, - ти Азат Исҡужин. – Ҡазан, Санкт-Петербург ҡаларында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ойошторолған йыр бәйгеләрендә I һәм II урын алыуым үҙем өсөн ҙур асыш булды. Бигерәк тә Иҙрис Ғәзиев,Салауат Низаметдинов, Радик Гәрәевтең йырҙарын яратып башҡарам. Фортепиано, синтезаторҙа уйнайым, үҙем көйҙәр ижад итәм. Гөлнур Ҡыуатова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Лариса Абдуллина, Рәзилә Рысҡужина, Фирүзә Абдуллина, Мотал Рәмов, Насип Һаҡмаровтың шиғырҙарына көй яҙҙым. Шулай уҡ оло рәхмәтемде көй яҙҙыртыуға, аранжировкалауға ярҙам ҡулы һуҙыусы Дим Шәрәфиев менән Альберт Дәүләтовҡа әйтер инем.
2018 йылда ҡулыма диплом алғас, Аҡъяр район мәҙәниәт йортонда эш башланым. Әммә артабан үҫешер, яңы йырҙар яҙыу өсөн ниндәйҙер икенсе мөхит кәрәклеген тойғас, тәүәккәлләп Сибай концерт-берекмәһенә эшкә килергә булдым. 2020 йылдың февраль айынан йырсы-музыкант булып филармонияла эш башланым, миңә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған Рәмил Туйсинға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ коллективтан барыһына ла оло рәхмәт, һәр береһе ярҙам итә, ауыр ваҡытта уларға таянам, һәр саҡ улар йөҙөндә яҡлау һәм терәк табам, - ти әңгәмәсем.
Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылһа ла, Хоҙай тарафынан иҫ киткес рух ныҡлығы һәм музыкаль һәләт бирелгән Азат Исҡужин менән сәғәттәр буйы төрлө темаларға әңгәмәләшергә мөмкин. Уның күп яҡлы ҡыҙыҡһыныуы был тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, кемдеңдер ярҙамына мохтаж булмай, бар ерҙә үҙаллы һәм кәрәкле булып үҫергә ярҙам итә. Уның тормошҡа һөйөп һәм ышанып бағыуы, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәүе хатта сәләмәт кешеләрҙе лә көнләштерерлек. Шулай булмаһа, ике бүлмәле фатирҙы ипотекаға юллап, бер үҙе шунда “рәхәтләнеп” йәшәп ятыр инеме?!
Һуңғы ваҡытта Азат Исҡужин Миләүшә Ҡаһарманованың шиғырҙарына йыр яҙған, сәхнәлә уны үҙе башҡара. “Заказ буйынса ла йырҙар яҙам, әлегә уларҙы туҡтатып торҙом. Ҙурыраҡ әйберҙәргә тотонғом килә, улар өҫтөндә эш башланым. Бында бар шарттар бар, тик үҙеңә ялҡауланмаҫҡа кәрәк”, - ти ул.
Яҙмышы һәм ижады менән дә яҡын булған Салауат Низаметдиновтың ижадын яҡын күрә ул, уның яҙған әҫәрҙәренә һоҡлана, һигеҙ операһын берҙәй ярата, уларҙы даими тыңлай. Кем белә, бәлки, киләсәктә Азат Исҡужин ижад иткән симфония һәм операларҙан, уның йырҙарынан торған ижад кисәһендә булырға ла тура килер әле.
Автор фотоһы.