Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Декабрь 2022, 23:00

"Аҡмулла" сәхнәгә сыға

"Нәсихәттәр"гә - яңыса ҡараш.

"Аҡмулла" сәхнәгә сыға
"Аҡмулла" сәхнәгә сыға

2019 йылдан Башҡортостан Башлығы Указы менән 14 декабрҙә башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам бөйөк шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала.

Шәхестең тормошо һәм ижады күп кенә әҙәбиәтселәрҙең әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан. "Аҡмулла" спектакленең премьераһы 2022 йылдың 14 декабрендә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының ҙур сәхнәһендә була. Ул мәғрифәтсенең "Нәсихәттәр"енә – нәсихәттәргә, ҡобайырҙарға, шиғырҙарға, шулай уҡ 19-сы быуат аҙағы – 20-се быуат башы шағирҙарының ижад өлгөләренә яңыса ҡараш ташларға мөмкинлек бирәсәк.

Ҡуйыусы режиссер – Рөстәм Хәкимов, ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, балетмейстер – Сулпан Асҡарова, композиторы – Вәсил Ғафаров, яҡтылыҡ буйынса рәссам – Светлана Насонова.

Спектакль башҡорт телендә бара, рус теленә синхрон тәржемә ителә. Премьера көндәре – 14, 15 декабрь.

Фото: Милли йәштәр театры.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: