Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Декабрь 2022, 22:30

Ришат Төхвәтуллинға йырларға тыялар

Ул "Яланаяҡ бала сағым" һәм "Китмә, һандуғас" йырҙарын башҡаса башҡармаясаҡ.

Ришат Төхвәтуллинға йырларға тыялар
Ришат Төхвәтуллинға йырларға тыялар

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин бик күңелһеҙ хәбәр еткерҙе, тип яҙа ТНВ сайты. Йырсы "Яланаяҡ бала сағым" һәм "Китмә, һандуғас" йырҙарын башҡаса йырламаясаҡ. Ришатҡа, авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған өсөн, ҙур күләмдә штраф та һалғандар. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарының береһендә хәбәр иткән.

"Әлеге йырҙарыбыҙҙы беҙ концерттарҙан алырға мәжбүрбеҙ, сөнки авторлыҡ хоҡуҡтары беҙҙә түгел. Шундай халыҡ күңеленә кергән йырҙарҙы башҡарырға рөхсәт юк. Инспекторҙар концертҡа килә, тамашаны видеоға төшөрә. Ҡазанда халыҡ бик һорағас, "Китмә, һандуғас"ты башҡарҙыҡ. Хәҙер беҙ ҙур суммала аҡса түләргә мәжбүрбеҙ. Ҡыҙғаныс. Әлеге йырҙарҙы беҙ ҙә йырламаһаҡ, был нимәгә илтер? Уларҙы йырлауҙы тыйыуҙа шәхсән бер мәғәнә лә күрмәйем. Мин уларҙы башҡаса концертта йырламаясаҡмын", – тип һөйләгән Ришат.

Йырсы был тыйыуҙарҙың инициаторы кем булыуы тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәй.

Фото: https://vk.com/official_rishat

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: