Яҙыусы, шағир, публицист, Рәсәй һәм Башҡортостандың журналистар союзы ағзаһы Әхмәҙин Әфтәхкә (Әхмәҙин Мөхәмәтдин улы Әфтәхетдинов) 31 октябрҙә 75 йәш тулды. Ул баштан уҡ юбилейын үткәреүҙән баш тартты, “ҡуй кәрәкмәй” тип. Әммә уны ҡотларға тип ишек ҡағыусылар күп булды. Тыуған төйәге – Белорет районының Абҙаҡ ауылынан да делегация килеп, ҙурлап китте, башҡа ҡәләмдәштәре лә ситтә ҡалманы. Беҙ ҙә, Өфөлә йәшәгән яҡташтары – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, отставкалағы полковник Айҙар Йомағужин һәм уның тормош иптәше Роза, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре Рәмилә Мусина ваҡыт табып, шағирҙы ҡотларға барҙыҡ.
Әхмәҙин Әфтәх Яҙыусылар союзында осрашыу үткәреүҙән баш тартҡас, йәшермәйем, башҡа төрлө уйҙар килде, “әллә ауырыумы икән” тигән борсолоп та ҡуйҙым. “Әхмәҙин ағай, беҙ һеҙгә барабыҙ”, – тип шылтыратҡас, ул бик ихлас ҡыуанды. Бер нисә тапҡыр шылтыратып, килер көнөбөҙҙө тәүәлләне.
Шағир ағайыбыҙ Өфө янында бик матур ауылда йәшәй икән. Беҙ килгәндә, өй алдын ҡырып көрәп, беҙҙе тышта уҡ ҡаршыланы. Уның көрәк тотоп эшләп йөрөгәнен күргәс, күңелгә йылы йүгерҙе: “Ана үҙе йүгереп йөрөй түгелме? Эйе, үҙе шул, көрәк тотоп алған“, – тип юлсыларым менән һөйләшеп тә алдыҡ.
Ғөмүмән, Рима еңгәбеҙ менән Әхмәҙин Әфтәх бик матур ҡартлыҡ кисерә. Балалары – ҡыҙы Гөлнара һәм улы Салауат ата-әсәһе өсөн өҙөлөп тора. Ғөмүмән, уларҙы тәрбиәле, һөймәлекле, итәғәтле итеп үҫтергәндәр.
Тәрән хисле шағир әле лә үҙгәрмәгән тиерлек, шундай уҡ саф күңелле, мөләйем, матур йөҙөнән нурлы йылмайыу китмәгән, уйнап-көлөп, шаярып һөйләшә, ваҡыты-ваҡыты менән тәрән уйға сумып ултыра, шунан тос ҡына фекерен әйтеп ҡуя. Был юлы ул күп һөйләмәне, ә күберәк беҙҙе тыңланы. Беҙҙең һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.
Беҙ Белорет яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рәис Исмәғилевтең, Раян Миһрановтың, Хәлил Хәмзиндың һәм башҡа башҡа яҡташтарыбыҙҙың изге теләктәребеҙҙе еткереп, матур осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалып хушлаштыҡ.
(Осрашыу тураһында тулы мәҡәләне "Башҡортостан" гәзитендә уҡырһығыҙ).
Автор фотоһы.