Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Декабрь 2022, 21:00

Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк

"Рәсәйҙең музей маршруттары" федераль проектының пленар ултырышында тағы ниҙәр хаҡында әйтелде?

Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк

2024 йылда Өфөлә В.И. Альбанов исемендәге полярсылар музейы менән йәнәш урынлашҡан Федор Шаляпин музейын һәм исемдәре тергеҙелгән шәхестәр музейын булдырыу күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостанда барған "Рәсәйҙең музей маршруттары" федераль проектының пленар ултырышында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләне.

"Рәсәйҙең музей маршруттары" проектының һуңғы этабын үткәреү урыны итеп Башҡортостан осраҡлы һайланмаған: республиканы хаҡлы рәүештә музейҙар төбәге тип атарға мөмкин. Беҙҙә улар меңдән ашыу. Араларында – йөҙҙән күберәк дәүләт һәм муниципаль, ике йөҙҙән ашыу корпоратив, 800-гә яҡын мәктәп музейы. Йыл һайын Башҡортостанда яңы уникаль учреждениелар асыла: 2021 йылда В.И. Альбанов исемендәге полярсылар музейы, быйыл "Шүлгәнташ" комплексы булдырылды, тиҙҙән Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейы һ.б. барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республикала булдырылған тематик музей маршруттары хаҡында айырым һөйләне.

"Республика Хәрби Дан музейы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы филиалы – музейы, шулай уҡ Геройҙың тыуған төйәгендә - Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күргәҙмә залы - улар хәрби-патриотик маршрутҡа инә. Тағы бер урын – Өфөнөң Совет майҙанындағы мемориаль комплекс. Билдәле булыуынса, композицияның авторы - билдәле скульптор Салауат Щербаков. Мемориаль комплекс нигеҙенә капсула һалынған, унда Тыуған ил өсөн һуғышҡан яҡташтар иҫтәлегенә республиканың бөтә райондарынан йыйылған тупраҡ һалынды", - тип һөйләне Әминә Шафиҡова.

Башҡортостанда шулай уҡ әҙәби музейҙар буйынса маршруттар бар. Улар – Милли әҙәби музей һәм уның Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тормошона, эшмәкәрлегенә арналған филиалдары.

Сентябрь аҙағында - октябрь башында, Аксаков көндәре осоронда, Башҡортостанда билдәле рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың исеме менән бәйле урындар буйлап популяр маршрут булдырылды. Ул Өфөләге Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейын, Бәләбәй районындағы Аксаковтар ғаиләһе музейын, Сергей Аксаковтың бала сағы үткән Иҫке Ҡыйышҡы ауылын һәм Өфө районының Зубов ауылын үҙ эсенә ала.

– “Пушкин картаһы" музей туризмын үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Милли музей “Өфөнө яулап” проектын уңышлы тормошҡа ашыра, уның сиктәрендә баш ҡалабыҙҙың төп иҫтәлекле урындары буйлап мәҙәни маршрут ойошторолған, республика уҡыусылары өсөн сәйәхәттәр ҡаралған, – тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры.

Текст сығанағы: "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" төркөмө.

Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов һәм "Башинформ".

Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә музей кварталы барлыҡҡа киләсәк
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: