

"Донбасс – Рәсәй. Тарих һәм хәҙерге заман" күргәҙмәһе 2023 йылдың февралендә асыласаҡ. Был турала Өфөлә "Рәсәйҙең музей маршруттары" федераль проекты сиктәрендә уҙған ултырышта Рәсәйҙең хәҙерге тарих дәүләт үҙәк музейының генераль директоры Ирина Великанова һөйләне.
"Йәмғиәтебеҙҙең тарихи мәғрифәте тураһында һүҙ йөрөткәндә, мөмкин тиклем ябай тарихи сығанаҡтарға таянып эш иткән проекттар булдырыу мөһим. документтар аша киң аудиторияға Донбасс тарихы тураһында һөйләр инек", - тине Ирина Великанова.
Спикер һүҙҙәренсә, күргәҙмәнең дөйөм майҙаны 700 квадрат метр буласаҡ, 300-ҙән ашыу төп экспонат тәҡдим ителәсәк.
Проект Донбассты немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығына арналған. Уның аяҡҡа баҫыуы һәм нығыныуы (1860 - 1910 йылдар), 1917 йылғы революция ваҡиғалары, Украина милләтселәренә ҡаршы тороуҙың тәүге тәжрибәһе һәм ихтилалдан һуңғы Рәсәйҙең Граждандар һуғышы солғанышында интервенттарҙың агрессияһы, индустриализацияның үҫеше тураһында һөйләнәсәк. Күргәҙмәлә төп иғтибар 2014 - 2022 йылдарҙа нацизмға ҡаршы көрәштә Донбасс темаһына йүнәлтеләсәк. Һуңғы комплекс азат ителгән биләмәләрҙә тыныс тормошто тергеҙеү процестары хаҡында һөйләйәсәк.
Экспозиция сиктәрендә билдәле тарихсыларҙың, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәренең лекциялары, билдәле хәрби хәбәрселәр менән фильмдар күрһәтеү һәм тикшереү, Донбасс тарихы, мәҙәниәте буйынса подкастар, ижади оҫталыҡ дәрестәре, 3D-экскурсиялар ойошторола.
Күргәҙмәне мультимедиа версияһына яраҡлаштырыу һәм илдең бер нисә ҡалаһында "Рәсәй — минең тарихым" тарихи парктарында күрһәтеү күҙаллана.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостан был проектта ҡатнашырға әҙер, тине. Яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың Красный Луч ҡалаһынан алыҫ түгел ҡамауҙан сыҡҡанда һәләк булғанын иҫкә төшөрҙө ул.
"Башҡортостан Һәм Луганск Халыҡ Республикаһын изге тарихи традициялар бәйләй. Республикабыҙ Красный Лучта йәшәгәндәр менән тығыҙ бәйләнеш тота. Йыл дауамында беҙҙең юлсылар, табиптар ошо ҡала биләмәһендә эшләне һәм әле лә шунда", - тип билдәләне Урал Килсенбаев.
Ирина Великанова тәҡдимде хупланы.
Сығанаҡ: “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” төркөмө.