“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Республика халыҡ ижады үҙәгенә яңы етәксе тәғәйенләнгән. Директор вазифаһын башҡарыусы итеп 45 йәшлек Салауат Кирәев ҡуйылған. Быға тиклем ул Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенә етәкселек иткән.
Салауат Илгиз улы Ишембай районында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультетын тамамлаған. Һуңынан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының “Мәҙәниәт учреждениеһына идара итеү” йүнәлеше буйынса һөнәри әҙерлек үткән.
1997 йылда Өфө сәнғәт училищеһында (колледж) ҡурай класы буйынса уҡытыусы булараҡ хеҙмәт юлын башлай. 2013 йылдан колледждың ҡабул итеү комиссияһында яуаплы секретарь бурысын үтәй. Бер үк ваҡытта 2001 - 2019 йылдарҙа Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрында ла эшләй. Шулай уҡ - республиканың Ҡурайсылар союзы идаралығы ағзаһы ла.
Салауат Илгиз улы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең элекке директоры Артур Әлибәков ноябрь айынан Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй.
Фото һәм текст сығанағы: "Башинформ" (Ләйлә Аралбаева).