Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Декабрь 2022, 18:00

"Минең Рәми" конкурсының финалына килегеҙ

Сараға инеү бушлай. Үткәреү ваҡыты, урыны һ.б. хаҡында - яҙмала.

"Минең Рәми" конкурсының финалына килегеҙ
"Минең Рәми" конкурсының финалына килегеҙ

14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Минең Рәми" төбәк-ара шиғыр конкурсының финалы, гала-концерты үтәсәк.

Конкурс шағирҙың тыуған көнөндә, 12 февралдә, башланды һәм өс этапта үтте. Беренсеһендә 6 - 12, 12 - 17 йәшлектәрҙән һәм 18 йәштән өлкәндәрҙән видеояҙмалар ҡабул ителде. Улар башҡорт, рус телдәрендә булды. Барлығы 800-ҙән ашыу эш ҡабул ителде, жюри ағзалары һәр береһен ҡараны. Һынау тотоусыларҙың иң өлкәненә - Кушнаренко районынан Нәзирә Сәхәповаға - 72, ә иң бәләкәйенә — Өфөнән Ҡаранай Миңлеғоловҡа — алты йәш.

Икенсе этапҡа — 26 августан 25 сентябргә тиклем барған телевизион конкурсҡа утыҙ ҡатнашыусы үтте. Уларҙың эштәре Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бер ай дауамында күрһәтелде, телеканалдың сайтына инеп үҙеңә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш биреү мөмкинлеге булды. Һөҙөмтәлә конкурстың финалына 18 ҡатнашыусы үтте.

Өсөнсө этап - финал - 14 декабрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк. 18.00 сәғәттә башлана, инеү бушлай. Проект Башҡортостан Башлығының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Сараның трансляцияһы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында 14 декабрҙә (23.00 сәғәттә башлана) һәм 18 декабрҙә (17.00 сәғәттә башлана) күрһәтеләсәк.

"Минең Рәми" төбәк-ара шиғыр конкурсының исеменән дә күңелгә йылы, яҡты хистәр тула. Ни өсөн тигәндә, был сара туған башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, уның өсөн ғүмерен ҡорбан итергә әҙер булған, киләсәге өсөн көрәшкән шағирыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланған бит. Рәми Ғарипов — ысын мәғәнәһендә милли шағир. Уға дандың һуңлап килеүе ҡыҙғаныс. Әммә әлеге даны ла ғәйәт юғары, сөнки ул халыҡтан килгән. Әҙиптең бөйөклөгө мәңгелек!" — тип фекерен белдерҙе Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова.

Фото: Башҡорт телен үҫтереү фонды.

"Минең Рәми" конкурсының финалына килегеҙ
"Минең Рәми" конкурсының финалына килегеҙ
Автор: Гөлназ Салауатова
Читайте нас