Миәкә районының Боғҙан ауылында эшләп килгән “Димкәй” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле гүзәл заттары кис ултырып махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә ойоҡбаштар бәйләй. Йыр-моң уларҙы эшкә лә дәртләндерә, һағыштарын да баҫа.
Ғөмүмән, бындай кис ултырыуҙарҙа апайҙар боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын, таҡмаҡтарын да өйрәнә. Уларҙы артабан халыҡҡа, балалар иғтибарына сығара. ”Димкәй” ансамблен төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ла йыш осратырға мөмкин. Уларҙа даими рәүештә алдынғы урындарҙы алып килә. Шулай уҡ Боғҙан уңғандарының балаҫ һуғыуға ла оҫта булыуын беләбеҙ.
- “Димкәй” ансамбле 1984 йылдан алып эшләй. Унда өлкән йәштәгеләр күберәк булһа ла, йәштәрҙе лә йәлеп итергә тырышабыҙ. Балаларға “Ямғыр һорау”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Ҡуҙғалаҡ байрамы”, “Кәкүк сәйе”, “Ҡаҙ өмәһе” һәм башҡа йолаларҙы күрһәттек. Быйыл йәй һарыҡ йөнөнән юрған һырыу, кейеҙ баҫыу кеүек эштәрҙе күмәкләп өмәгә йыйылып башҡарҙыҡ. Боронғо, онотолған йолаларҙы тергеҙеү йүнәлешендә лә эшләйбеҙ. Ауылыбыҙҙа ошондай матур ансамбль эшләп килеүе өсөн етәкселәребеҙ Айһылыу Солтанова һәм Зәлифә Янышеваларға рәхмәтлебеҙ, - ти “Димкәй”ҙә шөғөлләнеүсе гүзәл заттар.
“Димкәй”ҙәр “Башҡортостан” гәзитенә лә яҙылыуҙары менән шатландырҙы. Бар яҡлап уңған, яңылыҡҡа ынтылған ауылдаштарға артабан да уңыштар теләйбеҙ. Республикабыҙҙың төп баҫмаһын алдырыусылар Миәкәлә киләсәктә тағы ла артыр тигән ышаныстабыҙ.
Фото һәм видео ансамбль архивынан.