Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Декабрь 2022, 19:15

“Тамға” конкурсының иң яҡшы эштәре күрһәтеләсәк

Күргәҙмә 14 декабрҙән алып 2023 йылдың ғинуар уртаһына тиклем Башҡортостандың Милли музейында уҙа.

“Тамға” конкурсының иң яҡшы эштәре күрһәтеләсәк
“Тамға” конкурсының иң яҡшы эштәре күрһәтеләсәк

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм Башҡорт теле көнөнә ярашлы, 2022 йылдың 14 декабрендә Өфөлә III Халыҡ-ара “Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәр күргәҙмәһе асыла.

Өс йыл дауамында проектта 1000-гә яҡын конкурсант ҡатнашты – ул 3000-дән ашыу костюм. Күп эштәр республикала һәм унан ситтә төрлө күргәҙмәләрҙә тәҡдим ителде, шулай уҡ быйыл Үзбәкстанда һабантуй байрамында "Тамға"ның экспозицияһы тәҡдим ителде.

Быйыл күргәҙмәлә Өфө, Мәскәү, Ишембай, Учалы ҡалаларынан, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Әбйәлил, Бөрйән, Балаҡатай, Дыуан, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Нуриман, Учалы райондарынан ювелирҙар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, стилистарҙың эштәрен күрергә мөмкин буласаҡ.

"Ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының ҡабатланмаҫ күргәҙмәне ҡарау мөмкинлеге бар. Экспозиция төрлө дәүерҙәге башҡорттарҙың үҙенсәлекле образдарын сағылдыра. Күргәҙмәгә килеүселәр реконструкцияланған тарихи костюмдарҙы ла, дизайнерҙарыбыҙҙың милли кейем нигеҙендәге заманса коллекцияларын да күрәсәк. Шул иҫәптән башҡорттарҙың ювелир биҙәүестәре лә ҡуйыласаҡ. Оҫталар, жюри ағзалары, билдәле этнографтар, рәссамдар, дизайнерҙар менән аралашыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Беҙҙең яңы күргәҙмәгә төрлө быуын, милләт кешеләре килер һәм башҡорттарҙың тарихын байҡар тип ышанабыҙ: милли кейем - халыҡ тарихының сағылышы", - тип билдәләне күргәҙмәне ойоштороусылар.

Сара 2023 йылдың ғинуар уртаһына тиклем Башҡортостандың Милли музейында уҙа. Экспозицияны асыу сиктәрендә "Тамға" конкурсы лауреаттарынан оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Күргәҙмәне асыу тантанаһы 2022 йылдың 14 декабрендә 15.00 сәғәттә башлана.

Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Милли музейы, "Ағиҙел" художество кәсептәре предприятиеһы, "Планетамолл-Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Фото: Милли музей төркөмө.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: