Был видеояҙманы тыныс ҡына ҡарап булмай. Күренеүенсә, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Сәғиҙулла Байегет әлеге ваҡытта Өфө янында әҙерлек үткән Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре алдында сығыш яһаған. Ул бик күп һалдаттарҙың гимнына әйләнгән “Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын” йырын башҡара.
Был турала ул социаль селтәрҙә яҙма ла ҡалдырған.
“Батыр йөрәкле егеттәр!
Һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәк тибеше тәү башлап әсә йөрәге һулышынан тоҡанып китеп, артабан ғүмерлеккә үҙ йөрәгебеҙҙә әсәй кешенең ҡурсалауын, яратыуын, яҡлауын һаҡлап йөрөтәбеҙ. Салауат Юлаев батальоны егеттәре йыр башланыу менән баҫып тыңланы. Хөрмәтен, ихтирамын, мөхәббәттәрен белдереп, әсәйҙәрен данланылар.
20 декабрь оҙатыу....
Туғандар, әйҙәгеҙ доғаларыбыҙҙы ҡылайыҡ!
Аллаһ Тәғәлә ошо мәхшәрҙе тиҙерәк туҡтатып, егеттәребеҙҙең тыуған илдәренә, әсәләре, ҡатындары, балалары янына иҫән-имен ҡайтыуын насип айләһен! Амин!” – тип яҙҙы ул.
Видеояҙманан күренеүенсә, йырсы үҙе лә йырын тыныс ҡына башҡара алмаған.
Фото: "Башинформ".