Левашев баярҙың, спирт заводы төҙөү өсөн тигән булып, “үгеҙ тиреһе” хәтле ерҙе Кесе Табын ырыуы башҡорто Талас ҡарттан нисек алдашып, тиренән ҡайыш еп яһатып, шуның менән үлсәп “һатып” алыуы, завод эшселәренең, үҙ хоҡуҡтарын яҡлап, бола күтәреүе һәм шул сәнәғәт өсөн урмандарҙың аяуһыҙ ҡырҡылыуы, заводта етештерелгән спиртты элек ауыҙына ла алмаған кешеләргә эсереүҙәре хаҡында тарих ҡайҙа һаҡланыр ине? Талас ауылына исем ҡайҙан алынған? Таластың улы Аҡбатыр ҡушаматлы Аҡйегеттең ҡайҙа, ни өсөн үлтерелеүе хаҡында белер инекме? Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡағылышлы бик күп һорауҙарға яҙыусы Әхмәт Әһлиуллиндың “Эстәрле” тигән роман-хроникаһы яуап бирә. Әммә ошо роман тураһында ла, уның авторы хаҡында ла, хатта шул әҫәрҙә күтәрелгән проблемалар, тарихи дәлилдәр тураһында ла күптәр белмәй...
Образдарҙа тарих сағыла
Иҫке ҡалаға тиҫтәнән ашыу юл ингән, унда төрлө яҙмышлы кешеләр осраша, ғүмер юлдары киҫешә... ХХ быуат башында, 1905–1907 йылдарҙағы революция йылдарында, унда тәүләп ойошҡан “Ҡаләм” ширҡәтендә ағза булып кемдәр торғанын, улар ҡала халҡының мәҙәниәтен үҫтереүҙе, ултыраҡтың йөҙөн матурлауҙы уйлап, ниндәй аҡсаға тәүге китапхананы һалдырғанын, уны асҡанда ҡала халҡының, оло байрамға йыйылған шикелле, шатланып, эркелеп килеүе, был изге эшкә кемдең яуаплы булыуы һәм башҡа мәсьәләләрҙең нисек хәл ителеүе хаҡында ла бәйән итә был әҫәр. Шул уҡ ваҡытта ҡоро дәлилдәр менән генә сикләнмәгән, йәнле сюжет ҡороп, нәфис әҙәбиәт булдырған автор.
Романдағы геройҙарға туҡталып үткәндә, Ҡырмыҫҡалы улысының Ҡабаҡ ауылында тыуып үҫкән Бәҙретдин Ғибәҙуллин Ырымбурҙа семинарияла уҡып, халыҡтың томаналығын бөтөрөргә уйлап, “учитель”-мөғәллим булып, Стәрлетамаҡҡа эшкә килә, тик земство инспекторы Герасим Мишинев уны Талас ауылына ебәрә. Яҙмыш “Бәҙри учителде” яңынан ҡалаға тарта. Ә Шишмә районының Усман ауылында тыуып үҫкән мулла улы Шәрәфетдин Мәхмүтовты яҙмышы тәүҙә Стәрлебашҡа ебәрә. Закир Рәмиевтең алтын йыуҙырыусылары менән эшләгәндә, ҙур алтын самородогы табып, прииск хужаһының матди ярҙамы менән өс йыл Төркиәлә уҡып ҡайтҡас, уны ла яҙмыш Стәрлетамаҡҡа тарта.
Ҡалалағы тәүге мөғәллимдәрҙе балаларға донъяуи ғилем, урыҫ телен өйрәтеү һәм үҙ халҡына хеҙмәт итеү кеүек мәғрифәтселек идеяһы берләштерә. Герасим Мишинев, мәҫәлән, Рәсәйҙең төрлө урындарында тыуып үҫкән, әммә яҙмышы Стәрлетамаҡта йәшәргә тартҡан, Швейцарияның баш ҡалаһы Женеваға, В.И. Ленин янында РСДРП(б) съезына барған, Рәсәй халыҡтарының азатлығы өсөн тәүҙә иректә, съездан һуң подпольела “марксизмды эшселәр хәрәкәте менән бәйләү” өсөн батша самодержавиеһына ҡаршы көрәшкән большевик Ҡуғанаҡ Покровкаһы ауылында тыуып үҫкән, Ҡазанда юғары уҡыу йортонан марксистик түңәрәктә ҡатнашҡаны өсөн ҡыуылғас, Минзәләлә һәм Златоуста уҡытыусы булған, “Азиат” ҡушаматы менән “Искра” гәзитенә яҙышҡан, Өфөлә легаль йәшәгән, социал-демократ Муравьев ҡушаматы менән көрәштәштәренә билдәле булған, Стәрлетамаҡта страхагент булып эшләгән ваҡытта РСДРП(б)-ға революцион түңәрәктәр ойоштороп, ил буйлап йөрөп ҡайтҡан. Женевала, Ленин янында, “Искра” гәзитен сығарышҡанға тиклем Петрозаводскиҙа һәм Һарытауҙа (тыуған ҡалаһы) табип булып эшләгәндә революцион эшмәкәрлеге өсөн Стәрлетамаҡҡа һөргөнгә ебәрелгәс, Дедово ауылындағы дауаханала ауырыуҙарҙы дауалаған Владимир Еремеев та шундай уҡ яҙмышлы. Златоуст заводының хужаһы эшселәрҙе аяуһыҙ иҙгәне өсөн баш күтәргәндәрҙе батша самодержавиеһының тоғро һаҡсыларынан яраланғас ҡына буласаҡ революцияның маҡсаттарын аңлаған Афанасий Трифилов та бар романда. Ә Алексеев иһә, Стәрлетамаҡта булып ҡайтып, эшселәрҙең сәйәси түңәрәктәрендә социал-демократ, агитатор булараҡ сығыштар яһай. Шул уҡ ваҡытта милли интеллигенция вәкилдәре лә подполье көрәшендә тәжрибә туплай. Шундай маҡсат менән Өфөгә ебәрелгән, унда осраҡлы рәүештә полиция хеҙмәткәренән атылып һәләк булған Шәрәфи учителдең улы, яңы ғына уҡытыусы булып эш башлаған Солтан Мәхмүтов образдары, минеңсә, романдың үҙәк экспозицияһын биләй, хәл-ваҡиғалар ошо исемдәргә бәйле сюжет һыҙығы буйынса үҫә...
Эстәрле өйәҙенең мәғариф тарихында эҙҙәре ҡалған Бәҙри, Шәрәфи уҡытыусылар менән урыҫ яҙыусыһы, гуманист Глеб Успенский һәм Сергей Аксаков уҙамандар хаҡында, Стәрле өйәҙе башҡорттары сығарған япон һуғышына арналған данлыҡлы “Порт-Артур” йырының һуғыштан яраланып ҡайтҡан Талас ауылы кешеһе Әсәҙулла үҙе гармунда уйнап-йырлап йөрөй торғас, йыр Стәрлетамаҡта ғына түгел, бөтөн Башҡортостанға таралыуы тураһында, халыҡтың баярҙар тартып алған ерҙәрен, урмандарын ҡабат ҡайтарып алырға йән атып, тартып-һуҙып ғүмер итеүе, Кесе Табын ырыуы ерендәге боронғо Талас ауылы (был романда асыҡлана, тимәк, автор тарафынан архивтан алынған дәлил) тарихы һәм башҡа мәғлүмәттәргә бай “Эстәрле” романы.
Романдың экспозицияһынан күренеүенсә, иҫтә ҡалырлыҡ үҙенсәлекле геройҙар һәм йәнле эпизодтар күп. Иң мөһиме, беҙ ошо геройҙар яҙмышында, уларға бәйле ваҡиғаларҙа мәркәзебеҙҙең тарихына тағы бер ҡабат бағабыҙ. Халыҡтың ауыр яҙмышына ла инанабыҙ, шул уҡ ваҡытта был ваҡыт арауығы урындағы йәшәйеш өсөн генә түгел, бөтә ил ҡоролошона бәйле үҙгәрештәр кисереүенә тап булабыҙ. Ә бер үҙгәреш тә еңел генә үтмәй... Нисек кенә булмаһын, тарих иһә тарих булып ҡала.
“Күләгәлә йөрөп ятҡан” прозаик
“Эстәрле” романын Әхмәт Әһлиуллин үҙе һүрәтләгән замандың халыҡсан телендә яҙырға тырышҡан. Был да, үҙ сиратында, романдың уңыш нигеҙенә өлөш индермәй ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта яҙыусының документаль нигеҙ туплайым тип тырышыуы ҙур иғтибарға лайыҡ.
Роман яҙыу теләген ул тормош тәжрибәһен туплағас, архивтарҙа ултырып, оҙаҡ йылдар материал йыйғас ҡына тормошҡа ашыра. Петроградтағы революцияларға тиклемге дәүерҙең иҡтисади, сәйәси хәл-торошон, урыҫ һәм милли интеллигенция вәкилдәренең образдарын эпик тәрәнлектә, ышандырырлыҡ итеп, эҙмә-эҙлекле сюжетҡа һалып, социаль-тарихи, революцион ваҡиғаларға нигеҙләнеп, киҫкен хәлдәрҙе бергә ҡушып, конфликт төйөндәре барлыҡҡа килтереп, сюжет структураһы һәм сюжет һыҙыҡтарының ҡатлаулығына өлгәшеп, образдарының характерҙарын аса автор.
Ошондай шаҡтай ҙур эш башҡарып сыҡҡан авторҙың үҙе тураһында ла кәлимә һүҙ әйтеп китеү урынлы булыр. Талас ауылында тыуып үҫкән Әхмәт Әһлиуллин БДУ-ның биология факультетын тамамлай, тәүҙә география уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар тыуған ауылында мәктәп директоры булып эшләй.
Әҙип төп әҫәрен эш араһында күңел талабы менән яҙған. Ул, башҡорт әҙәбиәтенә, уҡытыусы биолог-географ булараҡ, балалар өсөн хикәйәләр яҙып килә. 1977 йылда “Китап” нәшриәтендә “Беҙ урманда йәшәйбеҙ” тип аталған китабы донъя күрә. 1981 һәм 2005 йылдарҙа “Йылансая мажаралары” тигән фантастик повесы баҫыла.
Күренекле яҙыусы Булат Рафиҡов әйтмешләй, “күләгәлә йөрөп ятҡан” яҙыусыны, Миңләхмәт Кәбир улы Әһлиуллинды, мин дә күреп белә инем. Ул ауыл ерендә мал аҫрап йәшәгәс, яҙыусылар ойошмаһында үткәрелгән йыйылыштарға аҙ йөрөнө, әммә килгеләп китә ине. Яңыраҡ асыҡланыуынса, ойошмала Талас ауылы яҙыусыһының иҫәп кенәгәһе лә булмаған. Күрәһең, “Эстәрле” романының авторы, ойошмаға аҙ йөрөгәс, унда үҙе хаҡында мәғлүмәт ҡалдырырға кәрәк тип тапмаған. Баҫалҡы ғына ағайҙың “Эстәрле” романы ла, ғөмүмән, ижады ваҡытында объектив баһалауҙан ситләштерелгәс (Булат Рафиҡов яҙыуынса), тәнҡитселәр күҙенә салынмағандыр, тип уйлайым. Уның 2002 йылда баҫтырылған романы һәм повесы ингән, һуғыш йылдарында ауыл кешеләренең яҙмышын һүрәтләгән “Кендек ҡаны тамған ер” тигән китабының Стәрлетамаҡ педагогия институтында шул йылда үткән байрамында ҡатнаштым, китабын һатып алдым, ағай автограф яҙып бирҙе. Торараҡ уның татар телендә “Талач” тигән китабы баҫтырылыуы, Стәрлетамаҡта уға бер бүлмәле фатир биреүҙәре хаҡында ишеткәйнем. Үҙ йәшенән күпкә йәшерәк күренгән теремек ағайҙың 2003 йылда арабыҙҙан ҡапыл китеүе үтә үкенесле хәл булды. Ул турала ваҡытында ишетмәй ҡалғанмын... Әҙиптең “Ашҡаҙар” романы үҙе яҡты донъяны ҡалдырғандан һуң, 2005 йылда, баҫтырылыуы хаҡында ла белмәнем. Яҡташтарымдың китаптарын китапханама йыйған әҙәбиәт һөйөүсе булараҡ, Әхмәт ағайҙың ул романын да һатып алыр инем дә, табып булмай...
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
“Эстәрле”гә әйләнеп ҡайтҡанда, минеңсә, 380 битле роман “яҡшы” тигән баһаға лайыҡ ине. Архивтарҙа ҡаҙыныу өсөн ваҡыт табып, ҙур тырышлыҡ, эш менән тән һәм йән ауырыуҙарын еңә белгән, ҡулынан ҡәләмен төшөрмәйенсә өс роман, повесть яҙған, дөйөмләштереп әйткәндә, ете китап авторының “Эстәрле” һәм “Ашҡаҙар” романдарын ижад иткән, “Эстәрле” романында илебеҙ тарихының ҡапма-ҡаршылыҡлы дәүере, иҫкелек менән яңы тормоштоң, изгелек менән яуызлыҡтың көрәшен ҡыйыу ҙа, уҡымлы ла итеп һүрәтләй алған автор ижадын башҡорт әҙәбиәте тәнҡитселәре өйрәнер, әҫәрҙәре, китаптары ҡайтанан баҫылыр тигән өмөт йәшәй. Әҫәрҙәре донъя телдәренә тәржемә ителмәһә лә, тарихи роман авторы булараҡ, ошо ерҙең тарихын байҡаусы булараҡ, ул быға лайыҡ! Бай тарихлы Стәрле еренә тере һәйкәл ҡойған яҡташ яҙыусыларыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Кәрим БУЛАТ
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.