“Герой” тип аталған Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсын ойоштороусылар сараның көҙгө этабына йомғаҡ яһаны. Башҡорт яҙыусыһы, драматург Фәрит Әхмәҙиев "Мәргән" фильмы сценарийы менән “Сценарий” номинацияһында финалға сыҡты. Уның әҫәре, башҡа еңеүселәрҙеке менән бер рәттән, "СценГазета" әҙәби интернет-журналында баҫыласаҡ. Һайлап алынған әҫәрҙәр "Монолит" ижади мөхите" электрон альманахына ("Рәсәй яугире" журналының ҡушымтаһы) индерелә.
"Герой" Бөтә Рәсәй фронт әҙәбиәте конкурсын быйылғы йәй башында илдең Оборона министрлығы, Драматургтарҙың милли ассоциацияһы, “Монолит” ижади мөхите башлап ебәргәйне.
Сара йылына дүрт тапҡыр - йәй, көҙ, ҡыш һәм яҙ үткәрелә. Һәр миҙгел аҙағында еңеүселәр билдәләнә. Конкурсҡа ҡыҫҡа проза һәм ҡыҫҡа сценарий, шиғырҙар, бәләкәй пьесалар ҡабул ителә.
Фото: ba.m.wikipedia.org