Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Декабря 2022, 11:51

Йыр көсөнә ышанабыҙ

Халыҡ ихлас ҡабул итә.

Борон-борондан халҡыбыҙҙа йыр жанрына ҙур иғтибар бирелгән. Кеше күңелендә булған хистәрҙе лә көйгә һалғандар.  Йырлап бишек бәүелткәндәр, йыр аша һөйөү тойғоларын белгерткәндәр, йыр аша нәфрәт тә, әсе көлөү ҙә, шаяртыу ҙа мөмкин булған.

Йыр менән оҙатыу һәм ҡаршы алыу ҙа, йыр саҡырғанда яуға күтәрелеү, йырлап еңеү менән ҡайтыу һәм башҡа матур йолаларыбыҙ бар. Шундай оло көскә эйә ул йыр. Был бө­гөн дә шулай: ул үҙ ҡөҙрәтендә һәм тәьҫи­рендә. Быны Хәсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ла иҫбатланы. “Йыр көсө” тип аталған өр-яңы проект менән республиканың ҡала һәм райондары буйлап сәйәхәт итә улар.

– Илебеҙ еңел осор кисермәй, халыҡҡа рух ныҡлығы һәм берҙәм булыу зарур. Хисле, илһамлы концерттар аша тамашасыларға мөрәжәғәт итеү,  улар менән йырҙар ярҙамында һөйләшеү һәм күңелдәрен үҫтереп ебәреү өсөн иң нескә, тетрәндергес моңдарыбыҙҙы барлап,  халыҡ араһына сыҡтыҡ, – ти ошо хаҡта филармонияның художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Был ҙур концерт программаһында филармония йырсыларының төп көсө бергә тупланған. Нәзифә Ҡадирова, Әлфиә Юлсурина, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Хәлит Фәтихов, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Рәфис Сирусин, “Арғымаҡ’’ кеүек һеҙ яратып тыңлаған, хөрмәт иткән моң эйәләре үҙ һүҙен әйтә.

“Йыр көсө”н иң беренсе булып ҡарау бәхете баш ҡала тамашасыһына тәтене.  Ҡаланың төрлө ойошмаларына, уҡыу йорттарына ла барып етте коллектив. Стәр­летамаҡ ҡалаһында йәшәүселәрҙе лә һөйөндөрҙөләр, Күмертау, Мәләүез яҡта­рында ла булмаҡсы өфөләр. Ғинуар айында иһә Сибай, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Бишбүләк тарафтарында ошо тамашаны ҡарай аласаҡтар. Февралдә Белорет, Дүртөйлө, Борай, Ҡариҙел, Туймазы, Нефтекама,  Ишембай халҡы был матур осрашыуҙы көтөп аласаҡ.  Ғөмүмән, “Йыр көсө” май айына ҡәҙәр Башҡортостан буйлап гастролдә йөрөйәсәк.

– Халыҡ концертты ихлас ҡабул итә, – тине филармония солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин. – Илһөйәр, халыҡсан йырҙарға һыуһаған тамашасы сығыштарҙы күтәреп ала, ҡайһыларын хатта аяғүрә баҫып тыңлай. Бына ошондай сараларҙа үҙебеҙҙең уртаҡ маҡсат һәм теләк менән йәшәгән көслө ил балалары икәнлегебеҙҙе яҡшы тоябыҙ. Йыр ҡөҙрәте тыңлаусыларын батырыраҡ, рухлыраҡ, нығыраҡ итә.

Өфө дәүләт филармонияһы коллективы әлеге еңел булмаған осорҙа халыҡ күңеленең бөтөнлөгө өсөн бар көсөн һала. Артистар ниндәй ваҡытта ла халыҡ араһында, алғы һыҙыҡта, кешеләр өсөн ижад итә, эшләй һәм йән дауаһы бирә.


С. ҒӘЛИМОВА

Читайте нас