Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Декабрь 2022, 15:25

Аҡмулла тураһында спектакль була

Бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, милләтебеҙҙең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы – Аҡмуллаға арналған спектаклдең премьераһы була.

Аҡмулла тураһында спектакль була
Аҡмулла тураһында спектакль була

Спектакль өҫтөндә эшләгән ижади төркөм – автор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева; ҡуйыусы режиссер – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, композитор – Вәсил Ғафаров, балетмейстер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов.

- Ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артистары Нәғим Нурғәлин, Илсур Хәбиров, Мәғәфүр Усманов, Венер Камалов;  Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмзил Сәлмәнов, Илгиз Таһиров, Шәһит Хамматов, Гөлбинә Сафуанова, Аида Күлбаева; актерҙар Вадим Ҡылысов, Салауат Юлдашбаев, Динислам Сафин, Әбйәлил Үтәбаев, Лилиә Исҡужина, Ләйсән Миңлеғәлиева, Гүзәл Әйүпова, Дания Ғөбәйҙуллина, Зәриә Моратова, Гөлсәсәк Зарипова башҡара, – тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Ырыҫҡужина. – Спектакль барышында икенсе ҡаттағы фойела республиканың Милли әҙәбиәт музейы Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған күргәҙмә лә ойоштора. Бында мәғрифәтсенең тормошо һәм ижады, уны өйрәнеүселәр, Аҡмулла музейы, исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәр хаҡында мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин. 

Фотолар Милли йәштәр театрынан.

Аҡмулла тураһында спектакль була
Аҡмулла тураһында спектакль була
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: