Бөгөн, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, Башҡорт теле көнө билдәләнеүе осраҡлы түгел, сөнки бөйөк сәсән башҡорт теле үҫешенә ҙур өлөш индергән, үҙ заманының атаҡлы һүҙ оҫтаһы булған. Үҙенең шиғырҙары менән халҡын ғилемгә, мәғрифәткә саҡырған.
Мифтахетдин Аҡмулланы тыуған ере - Миәкә районында ла яҡташтары уны ҙурлай, ҡәҙерләй. Исемен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған ауылы Туҡһанбайҙа музейы булдырылған, уның биләмәһендә шағирға һәйкәл асылған, парк эшләнгән. Районда бер нисә урам яҡташ шағирҙың исемен йөрөтә. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия тапшырыу ҙа матур йола булып йәшәп килә.
Бөгөн, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Миәкә районында ҙур саралар үткәрелә. Тыуған ауылы Туҡһанбайҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелиск асыу, Аҡмулла исемендәге музейҙа булыу, сәсәндең исемен йөрөткән шишмәне күреү һәм башҡа фәһемле осрашыуҙар көтөлә. Ә инде уларҙың барыһын да район үҙәгендә үткәреләсәк тантаналы саралар, Аҡмулла премияһын тапшырыу йомғаҡлай.
Миәкәлә үтәсәк саралар менән һеҙҙе көн дауамында таныштырырбыҙ.
Фото: ba.wikipedia.org