+8 °С
Болотло
Башҡорт теле көнө уңайынан иғлан ителгән флешмоб дауам итә. Унда сираттағы ҡатнашыусыбыҙ – Гөлназ Флүр ҡыҙы Иҙрисова.
Ул Ауырғазы районының Дүртөйлө ауылында йәшәй. Кешәнне ауылф мәҙәниәт йортонда мәҙәни ойоштороусы булып эшләй.
Тынғыһыҙ хеҙмәте аша туған телебеҙҙе пропагандалауға ҙур өлөш индерә Гөлназ Флүр ҡыҙы.
Ул әлеге акцияға бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырын уҡып ҡушылды.
Фото: Башҡорт телен үҫтереү фонды.