Бөгөн, 14 декабрҙә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Минең Рәми" төбәк-ара шиғриәт конкурсының гала-концерты уҙҙы.
Бәйге 12 февралдә, шағирҙың тыуған көнөндә, башланды һәм өс этапта уҙҙы. Ситтән тороп ҡатнашыу өлөшөнә 800-ҙән ашыу эш килде, уларҙың һәр береһен жюри ағзалары ҡараны. 26 августан 25 сентябргә тиклем барған телевизион конкурстың икенсе этабына 30 кеше үтте. Уларҙың эштәре ай дауамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелде, телеканалдың сайтында тамашасылар үҙенә оҡшаған сығыштар өсөн тауыш бирә алды. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса конкурс финалына 18 ҡатнашыусы үтте.
Гала-концерт театрлаштырылған тамашанан башланды, унда Рәми Ғарипов ролендә Артур Кәбиров сығыш яһаны һәм "Көн етеп килә..." шиғырын һөйләне. Уға яуап итеп өлкәндәр һәм балалар башҡорт теленең, халҡының хәле, шағир көтөп алған байрамдың етеүе һәм республиканың Башҡорт теле көнөн киң билдәләүе хаҡында һөйләп, яуап шиғырын уҡыны.
Артабан Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа һүҙ бирелде. "Бөйөк башҡорт шағиры Рәми Ғариповҡа арналған конкурстың нәҡ бөгөн тамамланыуы юғары әһәмиәткә эйә. Рәми Йәғәфәр улы туған теле өсөн ғүмере буйы борсолоп йәшәгән, был уның ижадында сағылыш таба. Проекттың алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәгенә ышанам", - тине Урал Таһир улы һәм конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләне.
Гала-концерт ике өлөштән торҙо: беренсе бүлектә ҡатнашыусылар Рәми Ғарипов тураһында төрлө авторҙарҙың шиғырҙарын һөйләне. Жюри баһаһы буйынса, финалдың икенсе этабына 13 ҡатнашыусы сыҡты. Уларға алдан Рәми Йәғәфәр улының ете шиғырын тараттылар. Тамашасылар һәм жюри алдында нимә һөйләргә тура киләсәген аҙаҡҡаса белмәне конкурсанттар: йәрәбә сәхнәлә үткәрелде.
Һөҙөмтәлә Хәйбулла районынан Тимур Сынбулатов Гран-при яуланы һәм 100 000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде! Беренсе урынды Мәләүез ҡалаһынан Самир Латипов, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Илназ Исхаҡов алды. Уларҙың икеһенә лә 70 000 һумлыҡ сертификаттар бирелде. Икенсе урынды Күгәрсен районынан Илүзә Ҡыҙрасова, Эльза Үмәрғәлина, Гүзәл Саҙретдинова һәм Рәғиҙә Истәкова алды. Уларҙың һәр береһенә иллешәр мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Өсөнсө урынды алты кеше алды: Нәркәс Ғайсарова, Даяна Нурисламова, Азалина Сафиуллина, Тәнзилә Малабаева, Әҡлимә Билалова һәм Илгизәр Ҡудашев.
Конкурсты ойоштороусылар - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, "Башҡортостандың Сәсәндәр үҙәге" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы, Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Башҡортостан" телерадиотапшырыуҙар компанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.
Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.