-11 °С
Болотло
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ултырыштар залында республика Яҙыусылар союзының XIX съезы (дөйөм йыйылышы) башланырға тора. Яҙыу оҫталары үтәлгән эштәрҙе барларға, идара рәйесен һәм идараның яңы составын һайларға йыйына.
Ойошманың уставына ярашлы, дөйөм йыйылыш биш йылға бер тапҡыр үткәрелә. Аҙаҡҡы тапҡыр әҙәбиәтселәр 2017 йылдың мартында йыйылғайны.
Сара барышында ойошма эшмәкәрлегенең артабанғы йүнәлештәрен дә билдәләү ҡаралған.
Автор фотолары.