Популяр йырсы Гүзәл Уразованың концерттарын тамашасылар көтөп ала, уны төрлө гөлләмәләргә күмә, бүләктәр бирә. Шундай концерттарҙың береһендә, Яр Саллы ҡалаһында, йырсыға ғәжәп гөлләмә тапшырғандар.
Был хаҡта Гүзәл Уразова: "Әле бындай ҙур, ашай торған гөлләмә биргәндәре юҡ ине. Бер аҙна яһаным, тине уны бүләк итеүсе", - тип яҙған.
Ниндәй генә бүләк булмаһын, иң мөһиме - йырсыға ҡарата ихтирам һәм хөрмәт. Артабан да ижадығыҙҙы халыҡ яратһын, йырҙарығыҙ көслө алҡыштарға күмелһен, һеҙҙе хайран иткән төрлө гөлләмәләр булып торһон!
Фото: "Интертат" сайты.