Бөгөн барған йыйындың - Яҙыусылар съезының иң ҡыуаныслы мәлдәренең береһе дәүләт наградалары тапшырыу булды.
Маҡтаулы исемдәр араһында иң мәртәбәлеләргә - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеменә Әмир Әминев, Флүр Ғәлимов, Ринат Камал, Камил Йыһаншиндар лайыҡ булды. Ә телем, халҡым, илем тип йән атып йәшәгән һәм эшләгән Гүзәл апай Ситдиҡова - Башҡортостандың халыҡ шағирәһе!
Маҡтаулы исемдәрҙе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
Әҙиптәребеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.