Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Декабрь 2022, 14:04

Һин дә шиғыр яҙаһыңмы?

Бөгөн Башҡортостан Яҙыусылар съезы асыла.

Илдус Ҡәнәфин фотоһы.
Фото:Илдус Ҡәнәфин фотоһы.

Элегерәк шундай әйтем йөрөй ине: йәнәһе, егермегә тиклем – бөтәһе лә шағир, егерменән һуң егерме йыл – шағирҙар ғына шағир, ә инде унан һуңғы егерме йыл иҫәрҙәр генә, имеш, шиғыр яҙа. Ҡайҙан килеп сыҡҡандыр  был лаҡап, белмәйем, әммә уны уйлап сығарған кеше менән һәр саҡ бәхәсләшке килә торғайны, сөнки, нимә генә тимә, әҙәм балаһы олоғая барғанда ла шиғыр яҙа, ижадҡа тоғро икән, тимәк, минеңсә, ул ысын ижадсы, үҙенең асылына, кешелек булмышына тоғро ҡалған.

 

Һүҙ – иң төп ҡорал

 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән һуңғы көндәренә тиклем аралаштыҡ. Рауил Төхвәт улының һәр саҡ егеттәрсә шиғриәткә тоғролоғон хәтерләйем. Ул һуңғы һулышына тиклем шиғыр менән йәшәне!.. Шиғриәт уға ғүмер буйы көс биргән, тип уйлайым хәҙер.

Күптән түгел Өфөлә Башҡортостандың  йәш ижадсыларын бер ҡорға йыйған “Арт-коучинг “Ҡаһарман” (https://vk.com/kaharman_rb) үҙенең тәүге форумын тамамланы. Һәр кемгә ижадташтар менән осрашыу ҡыҙыҡлы, күңелле. Етмәһә, йәштәр менән. Шуға яңы һулыш менән һуғарылыр, бәхәсләшер, ниндәйҙер хәҡиҡәтте эҙләгән дөйөм ҡараш тураһында фекерләшер өсөн юлландым.

Төрлө жанрҙа ижад иткән йәштәр туплан­ғайны был майҙанда. Уларҙы танылған яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова һәм уның Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем алған ҡыҙы Әлиә Хәбилова бер сараға йыйған. Әлиә Санкт-Петербургта үткән Бөтә Рәсәй “Ҡыйыҡтарҙан бейегерәк” (“Выше крыши”) йәш граждандар мәғариф форумында ҡатнашып, грант яулаған. Рәсәй кимәлендәге конкурсҡа дәғүә итеп еңеп сы­ғы­уы үҙе ни тора! Хәйер, был хаҡта һуңғараҡ...

Йәштәр ижады, йәштәр фекере, ижадтағы йәштәрҙең күңел торошо... Һәр заман, һәр быуын үҙенең һүҙен әйтә. Хатта өндәшмәүең менән дә ҡараш белдереп була. Сарала ҡатнашҡан йәштәрҙең бөтәһен дә тиерлек беләм. Уларҙың күбеһе башҡорт баҫмалары менән хеҙмәттәшлек итә, ижади конкурс­тарҙа, фестивалдәрҙә, “Ҡош юлы”нда ҡатнашҡаны бар. Нимә хаҡында яҙғандарын, нисек яҙғандарын тоҫмаллайым. Ваҡыт үтә, уның менән бергә кешенең дә үҙгәреүе, ҡарашы үҫеүе, офоҡтары киңәйеүе ихтимал. Был сарала ла мин элегерәк белгән йәштәрҙең эске үҫешен тойҙом. Улар етди бәхәскә, ижад хаҡында иркенләп һөйләшеүгә әҙер. Уларға һүҙ менән эш итеүе ҡыҙыҡлы. Ә һүҙ – донъялағы иң ҙур һәм төп ҡорал. Бөгөнгө заман ошо хаҡта беҙгә көн һайын тиерлек иҫбатлап тора.

Йәштәр өсөн был форум осрашып һөйләшеү генә түгел, ә “Президент-отель” кеүек ҡунаҡханала урынлашып, ял итеп, бер нисә көн ошонда тиҫтерҙәре менән аралашыу форматында ойошторолғайны. Затлы залдар, татлы ризыҡтар, иғтибарлы, юғары мәҙәниәтле мөнәсәбәт! Ошоларға лайыҡлы түгелме ни бөгөнгө яҙыусы? Бөгөнгө йәш яҙыусы?

Тап бына ошо хаҡта ла һөйләштек беҙ сарала. Һәм, миңә ҡалһа, был иң төп фекер алышыуҙарҙың береһе булды. Быға улар кисә генә ҡараған  башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың “Шағир көндәлеге” фильмы ла сәбәпсе ине.

 

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да...”

 

Һүҙемде дауам итеп, халыҡ араһында таралған тағы ла бер фекергә туҡталғым килә: “шағир ас булырға тейеш!” Уйланды­рырлыҡ итеп әйттем. Был хаҡта һәр яҙыусы, моғайын, уйланғаны барҙыр. Һәр ғәмәлдең ерҙә тәбиғилеге көслө. Махсус рәүештә ас ултырып та шағир булыуың да, булмауың да ихтимал. Әммә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, “ижадсы – иң тәүҙә ул яҙмыш”.

Затлы залдарҙа беҙҙе ҡаршы алғандары бар, әммә һин шул затлы залдарҙы таң ҡалдырырлыҡ һүҙ әйтергә тейешһең! Бигерәк тә илеңдән, республикаңдан ситтә сығыш яһайһың икән, тимәк, яуаплылыҡ бермә-бер арта. Затлы залдар беҙгә бәҫ өҫтәмәй, беҙ уларҙы әйткән фекеребеҙ менән балҡытып ебәрергә тейешбеҙ. Бының менән мин хан һарайҙарында ижад кисәләре үтеүгә ҡаршымын, тип әйтергә теләмәйем. Бары тик “яҙған, әйткән һүҙ – уҡ” булыуы тураһында еткерәм. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты ғына иҫкә төшөрәйек: ул “Стәрлегә юлланам” тип һүҙ ыңғайы ғына ысҡындырһын, уны зал, урам тулып йәштәр көтөп торған, сөнки шағир Рәми үҙе менән йөрәк һәм зиһен алғыштарын тейәп килгән. Ул тәбиғәттән талантлы шағир ғына түгел, ә донъя әҙәбиәтен һыу кеүек эскән, һәр әҫәр, автор тураһында ҡыҙыҡ бәхәстәргә әҙер булған яҙыусы. Уның һәр әйткәне, яҙғаны ҡыҙыҡлы, сөнки ул үҙе торғаны менән әҙәбиәт, шиғриәт институты!

Шундай уҡ миҫалды Шәйехзада шағир хаҡында ла әйтеп була. Ул ҡайҙа ғына аяҡ баҫһа ла, уны йәштәр, замандаштары һырып алған. Бына ҡайҙа ул ижад ялҡыны! Бына ҡайҙа ул ижад ҡомары! Бына ҡайҙа ул кешеләрҙе яратыу! Ижад менән яныу! Шуға күрә йәш ижадсы өсөн иң мөһиме – ул әйтер һүҙең булыу! Күкрәгеңде ярып, донъяны үҙгәртерҙәй булып тойолған Һүҙ – ул ижад!

Быныһы бер булһа, икенсе тағы ла бер мөһим ҡараш – ул хаталаныуҙан ҡурҡмау. Әгәр ижадсы былай яҙһам, ни була, тегеләй яҙһам, нимә эшләрмен, тип хаталарҙан азат булырға теләй икән – был инде ижад түгел. Тик хәҡиҡәт булған ҡиммәттәр хаҡында яҙыу – ул изге китаптар өлөшө. Беҙгә пәйғәмбәрҙәр ҡалдырған ул ижадты. Бар фәһем, яҡшылыҡ хаҡындағы фекерҙәр – боронғо яҙмаларҙа. Әммә ни өсөндөр төп ҡиммәттәр тураһында һүҙ әйтелһә лә, һәр заман яҙыусылар ҡулына ҡәләм ала. Бер ҡараһаң, “Урал батыр” яҙылған, һәм беҙ уны уҙып нимә әйтә алабыҙ? Ошолай тип тә фекер йөрөтөргә була бит. Әммә беҙ бит кешеләр – гонаһтарыбыҙ, сауаптарыбыҙ менән Күктәргә табан юл алған бәндәләр.

 

Ижад ул – көслө ялҡын

 

Бына ошо Ерҙәге илаһи сәфәр хаҡында һәр ижадсы үҙенең яҡшылыҡ хаҡында дастанын яҙырға тырыша. Ул үҙенсә аса барыһын – заманын, кешеләрҙе, ҡара һәм аҡ көстәрҙе, уларҙың көрәшен, үҙендәге серле көрәште. Әлеге лә баяғы Рәми Ғариповтың шиғыр юлдары иҫкә төшә: “Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” Эйе, тап үҙ дәүеренең, уның һыҙланыуҙары, әрнеүҙәре, шатлыҡтары, тетрәнеүҙәре хаҡында ихлас яҙыу, намыҫың менән ихлас мөнәсәбәттә ижад итеү үҙе үк ҡаһарманлыҡҡа тиң. Һәр саҡ заман үҙ  шағирына дөрөҫ һәм лайыҡлы баһа бирер тип өмөт итергә кәрәкмәй. Киреһенсә, ғәҙәттә, үҙ заманында шағирға ҡаршы көрәшселәр ҙә етәрлек була, әммә йөрәгендә тыуғандарын яҙһа, моғайын, ижадсы ҡасан да булһа үҙ уҡыусыһын таба. Ваҡыты еткәс. Уның кимәлен аңлар уҡыусы быуын тыуғас. Бабич менән шулай булмағанмы ни? Нисәмә тапҡыр тыйылып, яңынан уҡыу әсбаптарына ингән классик. Рәми Ғарипов менән дә шундай уҡ хәл. Ошондай ижад ҡорбандарына әҙерме йәш ижадсы? Ошондай ҡорбандар кәрәкме бөгөнгө заманға? Ғөмүмән, ижад  ул үҙе үк ҡорбан түгелме? Бына ошолар хаҡында ла уйланырға бурыслы ҡулына ҡәләм алған йәш автор. Бөтә шағирҙарҙың да яҙмышы Бабичтыҡы, Рәмиҙеке кеүек түгел. Үрҙә әйтелгәнсә, ижад – ул яҙмыш. Һәр кемдең үҙ тәҡдире. Әммә нисек кенә булмаһын, ижад – ул ихласлыҡ. Быныһы –  өсөнсө талап, минеңсә. Ихлас, бар йөрәктән әйтелгән һүҙ. Ижад – ул энергетика, көслө ялҡын. Уҡыусы шул уттың көсөн дә, яһалмалығын да шунда уҡ тоя. Нисек кенә матур итеп ҡорһаң да, яһалған ижад ҡурсаҡ кеүек. Барыһы ла бар, шундай камил, хас кеше кеүек, әммә ул тере түгел. Ул кеше түгел. Унан нур бөркөлөп тормай. Бына ошолар хаҡында уйландым мин йәштәр менән осрашыу ваҡытында.

Рәсәй яҙыусыһы, башҡорт яҙыусыһы  ул башҡа илдәрҙекенән үҙенең донъяны ҡабул итеше менән генә түгел, быуаттар буйы килгән, ҡанға һеңгән һүҙгә мөнәсәбәте менән дә айырыла. Ул китап һатып аҡса эшләйем әле, байыйым әле тип уйламай. Был ҡорҙа йәштәргә үҙ ижадын уҡыусыға еткерә лә, бының өсөн ижади тауарын һата ла белеү мөһимлеге тураһында ла әйтелде. Шәхсән минең өсөн бәхәсле фекер – яҙыусы яҙырға тейеш, тигән ҡараш миңә яҡыныраҡ. Эйе, беҙҙең арала ла ижадынан тауар эшләп, уны һатыу ойошторғандар бар. Ғалимдар фекеренә таянып әйтәйемме икән инде – яҙыусы мейеһенең бер  яҡ ярымшары эшләһә, сауҙагәрҙеке тап икенсе яғы хәрәкәттә. Әгәр кемдәлер яҙыу ҙа, үҙ ижадына продюсер булыу һәләте лә бар икән, йәштәр араһында  ошондай быуын үҫеп сыға икән, бик мәслихәт. Кем белә... Бына был сараны ла бит әсәһенең китаптары сығыуына, ижад ғазаптарына шаһит булған ҡыҙ бала тыуҙырған. Эйе, Әлиә был форумды, минеңсә, тап әсәһенең ижади яҙмышына ҡарап, башҡаларға, бигерәк тә йәштәргә ярҙам итеү маҡсатынан булдырған. Һәм уның был эше килеп сыҡты ла! Егерменән ашыу йәш кеше урта быуын ижадсылары менән осрашып, ижад серҙәре хаҡында фекер алышыуҙарҙа ҡатнашып, үҙенең эске донъяһына баҡты. Кем мин? Яҙыусымы? Мин яҙа беләмме? Яҙырға тейешменме? Тап ошондай смс алдым мин йәштәрҙең береһенән. Тимәк, сара уйлыларҙы уйландырған, маҡсатына табан юл алған!..

- Лариса АБДУЛЛИНА

Читайте нас: