Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты инде бер нисә йыл дауамында уҙғарған Ырыуҙар йыйынын милләттәштәребеҙ һәр тарафта ла көтөп ала. Был сара халҡыбыҙҙың тарихи тамырҙарын тергеҙеүгә, нәҫелен нығытыуға, үҙаңын уятыуға баһалап бөткөһөҙ йоғонто яһай. Инде күптән осрашыу теләге менән янған Тамъян ырыуы башҡорттарының Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында үткән йыйынында быға тағы инандыҡ – ырыуҙаштарҙың ихлас аралашыуы, һөйләшеп туя алмауы ошо хаҡта һөйләй ине.
Аманатҡа тоғролоҡ
Башҡорт халҡы – боронғо этнос. “Урал батыр” эпосында милләтебеҙҙең башланғысы Йәнбикә менән Йәнбирҙегә барып тоташыуы тураһында бәйән ителә. Эпоста халҡыбыҙҙағы ҡан-ҡәрҙәшлектең көсө тураһында ла һүҙ бара, шул саҡта уҡ унда берҙәмлек менән милләтебеҙҙең ҡеүәтле булыуы васыят итеп әйтеп ҡалдырылған. Быуаттар дауамында башҡорттарҙың һаҡланып, үҙ еренә тоғро ҡалыуы ошо аманатҡа тоғролоҡтоң сағылышы ул. Башҡорт халҡының иң боронғо һәм ҙур ырыуҙарының береһе булған Тамъян ырыуы йыйынында ошо ҡан-ҡәрҙәшлектең көсө тойола ине. Халҡыбыҙҙың үҙ тамырын, ырыуын белергә ынтылыуы тап ошондай сараларҙың уҙғарылыуына сәбәпселер. Ырыу-араға бәйле тарихты өйрәнеп, үҙебеҙҙең ошо ерҙәге төп халыҡ булып тороуыбыҙҙы ла иҫбатлайбыҙ.
Сараның Миәкә районында уҙыуының да үҙ сәбәбе бар – райондың өс ауылында Тамъян ырыуы вәкилдәре йәшәй. Был йыйынды ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаған Миәкә район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хәлил Хәбиръял улы Мәхийәнов үҙе лә Тамъян ырыуына ҡарай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иһә, был тәҡдимде хуплап, Миәкә район хакимиәте менән берлектә ойоштороу эшен башлай. Сараның координаторы тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев була.
Тамъяндар төрлө райондарға, күрше өлкәләргә таралып ултырған, шуға ла сараға республиканың Әбйәлил, Белорет, Көйөргәҙе, Мәләүез, Шаран, Туймазы, Саҡмағош, Миәкә райондарынан делегаттар килде, Ырымбур өлкәһенән, хатта Санкт-Петербург ҡалаһынан да вәкилдәр бар ине.
Ҡунаҡтарҙы Зинира Урманшина етәкселегендәге “Күгиҙел” халыҡ вокаль ансамбле ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән ҡаршыланы. Хужалар район мәҙәниәт йорто фойеһында биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре ҡуйылған бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторған. Сығышы менән Тамъян-Таймаҫ ауылынан булған рәссам Әсҡәт Бәширов сувенирҙар тәҡдим итте. Шулай уҡ “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында ҡатнашҡан Гөлнур Сөләймәнова – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен, Әнисә Шәйғәрҙәнова – сигеүле әйберҙәрҙе, Илдус Ғүмәров – балдан яһалған тауарҙарҙы, Светлана Ғәлимова, Ирина Ҡәйүмова – үләндән сәйҙәр, Светлана Ходак, Миләүшә Әмирова ҡулдан эшләгән биҙәүестәрҙе күргәҙмәгә ҡуйған.
Унда делегаттар Тамъян ырыуы башҡорттарының тарихы, милли ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән танышты. Шулай уҡ Миәкә районында йәшәгән тамъяндарҙың бик күп шәжәрәләрен дә ҡаранылар. Мәҫәлән, быға тиклем үҙен Мең ырыуы вәкиле тип иҫәпләгән Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин да Тамъян ырыуынан булып сыҡты.
Тамъяндар ҡайҙа йәшәй?
Йыйындың төп өлөшө башында “Аҡ тирәк” башҡорт фольклор коллективы Тамъян ырыуының барлыҡҡа килеү һәм уның төрлө тарафтарға таралыу тарихын һүрәтләгән тамаша күрһәтте.
Йыйынды асыу тантанаһында Тамъян ырыуы аҡһаҡалы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Григорий Аксаков ордены кавалеры Мөхәмәт Түлебаев “Урал” көйөн Тамъян вариантында башҡарҙы. Делегаттарҙы Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов тәбрикләне. Йыйындың эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
Тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллиндың һәр тарихи ваҡиғаға ҡарата сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был юлы ла “Тамъян ырыуы тарихы һәм үҙенсәлектәре” тигән доклады фәһемле булды. Ул, тарихҡа байҡау яһап, Сыңғыҙ хан осоронда уҡ тамъяндарҙың айырым ырыу булып телгә алыныуын билдәләне.
Ә инде Көйөргәҙе районынан Тәлғәт Шаһмановһыҙ был кисәне күҙ алдына килтереү мөмкин түгел ине. Хоҙай Тәғәлә уны Тамъян ырыуының тарихын, шәхестәрен өйрәнеүгә үҙе ебәргәндер, тигән уй тыуа. Ул тамъяндар тураһында китап та сығарҙы. Был юлы ла “Тамъяндар ҡайҙа йәшәй?” тип аталған сығышында был ырыу вәкилдәренең Башҡортостанда ғына түгел, Татарстан ауылдарында ла йәшәүе хаҡында һөйләне.
Шулай уҡ тамъяндар йәшәгән райондарҙан делегаттарҙың сығышы ла бай мәғлүмәтле булды. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының генеалогия бүлеге начальнигы урынбаҫары Фатима Закирова белдереүенсә, Ырымбур өлкәһе Әсекәй районының Иҫке Мөкмин ауылында Тамъян ырыуы тарханының вариҫтары йәшәй.
Тамъяндар күпләп йәшәгән Белорет районы делегаттары Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылында яңы ойошторолған “Аҡтирәк” фольклор ансамбле ағзаларына француз яулығын бүләк итте. Шығайҙар уны “флүр яулыҡ” тип йөрөтә. Мөхәмәт Түлебаев иһә Белорет районының Рәз тауында үҫкән ҡурайҙарҙы Миәкәнең милли музейына тапшырҙы.
– Белорет районының Ҡаһарман, Мөхәмәт, Аҙнағол, Шығай ауылдарында тик тамъяндар йәшәй, ҡалған ун һигеҙ ауылында иһә башҡа ырыуҙар менән аралашып көн күрә. Тарихсылар Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Шығай ауылы тарихын өйрәнеүгә лә иғтибар итһен ине. Мәғлүмәттәр буйынса, тап беҙҙең Шығайҙан күсеп китеп, яңы нигеҙләнгән ауылға яңы исем ҡушмай, элекке атамаһында ҡалдырыуҙы бабалар хуп күргән. Шығайҙа “Үлек өҫтө” тигән ерҙә боронғо ҡәберлек бар. Был тарихи таштағы боронғо яҙмалар ошо көнгәсә тарихсылар, ғалимдар тарафынан өйрәнелмәгән. Был ерҙә бөйөк Тамъян ырыуы тарханы ерләнеүе шик тыуҙырмай, – тине сығышында Белорет районының Шығай ауылынан килгән делегат Сәғирә Ғәлиуллина.
Ошо уҡ ваҡытта Тамъян-Таймаҫ ауылы мәктәбендә уҡыусылар өсөн ижад майҙансығы эшләне: “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин Шәғәле Шаҡман вариҫтарына традицион уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина йөкмәткеле программа менән сығыш яһаны.
Ҡор башлығы һайланды
Йыйындың икенсе өлөшөндә иң әүҙем тамъяндарға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар тапшырҙы.
Башҡортостандың Милли музейы директоры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Исхаҡов тамъяндарҙың ҡор башлығы итеп бер тауыштан һайланды.
Әйткәндәй, Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов – тәжрибәле етәксе, ойоштороусы. Ул 1974 йылдың 25 октябрендә Әбйәлил районында тыуған. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының башҡарма директоры булған. 2003–2006 йылдарҙа ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы вәкиле булып эшләгән. 2008 йылдан ул “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының башҡарма директоры, 2019–2020 йылдарҙа Борай районы хакимиәте башлығы була. Һуңынан “Торатау” конгресс-холында директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, әлеге ваҡытта Башҡортостандың Милли музейы директоры вазифаһын башҡара.
Йыйында резолюция ҡабул ителде. Тамъян ырыуының гербы һәм гимны раҫланды. Гимндың һүҙҙәрен нәҫел тамыры Ҡаһарман ауылына барып тоташҡан Зилә Лира яҙған, уға көй ижад итеүҙә улы Ян Лира ла ҡатнашҡан.
Сараны Миәкә район мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары һәм Тамъян ырыуы вәкилдәре, билдәле йырсылар Рөстәм Ғиззәтуллин, Хәсән Усманов, Зилә Лира, Айгөл Шаһманова, Ян Лира биҙәне.
Ә инде йыйын Зилә Лира башҡарыуында Тамъян ырыуы гимны менән тамамланды. Уны залдағы бөтә халыҡ баҫып тыңлап ҡына ҡалманы, ҡушылып йырланы ла. Киләһе ҙур осрашыуҙы Әбйәлил районында үткәрергә, тигән ҡарарға килеп таралыштылар.
Зилә ЛИРА, йырсы:
– Тамъян ырыуы йыйынынан һуң бөрйәндәр менән һөйләшеп алдым. Сарала Бөрйән районынан делегаттар булмауы эсемде бошорҙо. Үҙем Белоретта тыуып, бала сағымдың күп ваҡыты Ҡаһарманда үтһә лә, Бөрйәндә үҫтем. Тамъяндарҙың ҡайһы ауылдарҙа һәм нисек йәшәүҙәрен яҡшы беләм, шуға күңелгә ҡыйын булып торҙо. Үҙем үҫкән Мәһәҙей ауылы тамъяндары менән һөйләштек. Шулай уҡ Ҡолғана ауылында йәшәгән класташым менән бәйләнешкә индек. Яуымбай ҡыҙы, әлеге көндә Өфөлә йәшәгән класташым Әлфиә Хәмитова менән дә һөйләшеп алдыҡ. Ул “Йәшлек” гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Әсәһе яғынан – Тамъян. Бөрйәндәр ҙә Йыйын үткәнгә шатланды. Улар менән күрешеп алырға килештек.
Алмас ЗӘЙҘУЛЛИН, Шаран районы башҡорттары ҡолотайы рәйесе урынбаҫары:
– Шаран районында Тамъян ырыуы башҡорттары йәшәгән ике ауыл бар – Яңы Тамъян, Иҫке Тамъян (уны икенсе төрлө сыуаш Тамъян тип тә йөрөтәләр). Уларҙа бөйөк һәм ҙур ырыуҙарҙың береһе булған Тамъян ырыуы вәкилдәре йәшәй. Улар менән ғорурланабыҙ.
Беҙҙең маҡсат – башҡорт халҡын, ырыуҙарын һаҡлап ҡалыу. Бөгөн Башҡортостандың Милли архивы ярҙамында быға тиклем билдәһеҙ мәғлүмәтте табып, яңы асыштар асыу мөмкинлеге бар.
Юлдаш ЙОСОПОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе:
– Тамъян ырыуы һәр бер тарихи ваҡиғабыҙҙа бик әүҙем роль уйнаған. Әле был ырыу өсөн хәл иткес ҙур ваҡиға булды – тамъяндар беренсе тапҡыр үҙенең Йыйынын йыйҙы. Был ҙур ырыу вәкилдәре ергә таралып йәшәй, шуға ла сараға төрлө райондарҙан, төбәктәрҙан вәкилдәр килде. Сара барышында йәмәғәт советы төҙөлдө. Ул әүҙем эшләйәсәк, сараларын үткәрәсәк. Беҙ иһә был хәрәкәткә бар яҡлап та ярҙам итәсәкбеҙ.
Ришат АҠТУҒАНОВ, Миәкә районы хакимиәте башлығы:
– Бик матур йыйын үтте. Тамъяндар үҙебеҙҙең районда Тамъян-Таймаҫ, Ереклекүл, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылдарында йәшәй. Сарала беҙҙең туғандарҙың Шаранда ла, Туймазыла ла, Ырымбурҙа ла, Санкт-Петербургта ла барлығын белдек. Ошондай саралар милләтте берләштерә. Уларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк. Йыйын бик матур ойошторолған, ҡунаҡтар бик эстәлекле докладтар менән сығыш яһаны.
Нурислам ҠАЛМАНТАЕВ, тарих фәндәре кандидаты:
– Тамъян ырыуы, ауылдары тураһында күп китап нәшерләнгән. Йыйында тыуған яҡты өйрәнеү буйынса уҙғарылған эш артабан үҫешен дауам итер, тип ышанам. Был ырыуҙың тарихты өйрәнеүселәре күп булыуы ҡыуаныслы. Ырыу ҡоро етәксеһе итеп Башҡортостандың Милли музейы директоры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Исхаҡовты бер тауыштан һайланылар. Рөстәм Әхмәт улы ла, Ырыу йыйыны ҡоро ағзалары ла – бик лайыҡлы кешеләр. Улар ихлас эшләргә теләк белдерҙе. Сығышымда ошо ырыу вәкилдәренең бик эшлекле булыуын билдәләнем. Улар яҡын арала Йыйын ҡарарын тормошҡа ашыра башлар һәм үҙҙәрен көслө ырыу итеп күрһәтер, тип ышанам.
Рөстәм ИСХАҠОВ, Тамъян ырыуының ҡор башлығы:
– Был – халҡыбыҙ, ырыуыбыҙ алдында ҙур яуаплылыҡ. Тамъян ырыуы вәкилдәре һәр ваҡыт осрашып, аралашып торҙо, бер-береһе менән күрешеп йәшәне. Беҙгә эштәребеҙҙе барлап, артабан да ошо йүнәлештә эшмәкәрлекте үҫтерергә кәрәк. Был – беҙҙең өсөн тарихи көн, сөнки Тамъян ырыуы вәкилдәре, ниһайәт, йыйылышып, ошондай ҡорға тупланып, аңлашып, һөйләшеп, уртаҡ фекергә килдек.
Бала саҡтан Тамъян ырыуынан, ниндәй аранан булыуыбыҙҙы белеп үҫтек, олатай-өләсәйҙәр әйтеп килде. Бөгөн иһә Туймазы, Шаран, Саҡмағош райондарында, Татарстан Республикаһында, Ырымбур өлкәһендә ырыуҙаштарыбыҙ йәшәгәнен белдек. Киләсәктә ошо ырыуҙаштарҙы йыйып, улар менән бәйләнеш булдырып, уларҙы ла халҡыбыҙҙың тамырҙарын нығытыу эшенә йәлеп итергә тейешбеҙ.
Бындай ҡор үҙе ҙур ваҡиға, сара булды, уны ойошторған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына, Миәкә район хакимиәте етәкселегенә, Миәкә районы тамъяндарына рәхмәт белдерәбеҙ.
Ишморат ӘМИНЕВ, Әбйәлил район Советы рәйесе, райондың Тамъян ҡоро етәксеһе:
– Миәкә районына, тамъяндарҙың ҙур йыйынына, Әбйәлил районынан 30-ға яҡын делегат килде. Һәр бер ауыл биләмәһендә йыйындар үткәреп, ҡор башлыҡтары һайланыҡ. Алдағы йылдарға маҡсаттар ҡуйҙыҡ. Беҙҙең маҡсат – юлбашсыбыҙ Шәғәле Шаҡман тарханға Әбйәлил районының Асҡар ауылында һәйкәл ҡуйыу. Ул йәшәп киткән, төйәге булған Юлдаш ауылында иҫтәлекле таҡтаташ асыу, Асҡар ауылында Тамъян ырыуы аллеяһын булдырыу.
Әле иң күп тамъяндар Әбйәлилдә йәшәп килә. Райондағы 90 тирәһе ауылдың 70-тән ашыуында беҙҙең ырыу башҡорттары йәшәй.
Рөстәм ҒИЗЗӘТУЛЛИН, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Шәжәрәне ҡарап торам – мин Тамъян ырыуынан. Кемдер мине Ҡатай йә Мең ырыуынан тип уйлай. Атайым сығышы менән Миәкә районынан.
Хәсән УСМАНОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
– Бик матур байрамға – республикала уҙған Тамъян ырыуының беренсе ҡорона йыйылдыҡ. Тамъяндарҙың төп өлөшө Әбйәлил, Белорет районында йәшәй, шул уҡ ваҡытта ырыуҙаштарыбыҙ башҡа тарафтарҙан да килгән. Йыйындың Миәкәлә үтеүе географик яҡтан да отошло, уңайлы булды. Бик матур күренеш, үҙебеҙ өсөн ҙур рухи аҙыҡ алып ҡайттыҡ. Киләсәктә лә тамъяндар йәшәгән төрлө райондарҙа ошолай осрашып торһаҡ, йолаға әйләндерһәк, бик яҡшы булыр ине. Ырыуҙаштар бергә булырға һәм берҙәм йәшәргә тейеш.
- Рәмилә МУСИНА