Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Декабрь 2022, 14:39

Әруахтар иҫкәртә (Парса)

Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

Трассанан һулға боролоп, баҫыу юлына төшөп бер үр менһәң, Ти­рәк­ле ауылы күренә. Юл ҡайынлыҡ буйлап бара. Һылыу ағастар күп тармаҡлы ботаҡтарын йәйеп, йәм-йәшел  япраҡтарын елберҙәтеп, баштарын эйә-эйә, һәр бер юлсыны сәләмләй һәм уларға: “Әйҙә рәхим ит, күләгәбеҙҙә туҡтап ял итеп кит. Беҙҙе иркәләп иҫкән елдәр бик шифалы, әйҙә һин дә иркәлән”, – тип өндәшә төҫлө.

Ауылға ара алыҫ ҡалмаған­лыҡтан, үткенселәр, күрәһең, был тирәлә туҡтап тормай, сөнки ҡайын яны тапалмаған, төрлө сәскәләр менән ҡапланған йәшел болондо хәтерләтә. Ниндәй матур бесәнлек!

Тирә-яғында, ауыл уртаһынан аҡҡан йылға ярында, өйҙәрҙең ҡапҡа төбөндә үҫеп ултырған мөһабәт тирәктәре өсөн “Тирәкле” тип аталғандыр, моғайын, был боронғо ауылдарҙың береһе.

Яҙ килгәс, алыҫ сәфәрҙән ҡайтҡан ҡара ҡарғалар болот булып тирәктәргә ябырыла. “Ҡарр, ҡарр, ҡаррағыҙ, беҙ ҡайттыҡ!” – тип хәбәр һалалар ҙа бер аҙға тынысланып торалар. Кешеләр кеүек, ҡоштар ҙа үҙ төбәген, үҙ тирәген һағыналарҙыр, күрәһең. Аҙыраҡ хәл алғас, башлана ығы-зығы! Улар, ашығып-ашығып, сыбыҡ-сабыҡ ташый, оя ҡора, нәҫел ҡалдырырға ашҡына.

Ауыл халҡы ла был ҡоштарға эйәләшеп бөткән инде, уларҙы яҡын күрә, үҙ итә. Ер ҡарҙан арынып бөткәс, ауылдың йәше-ҡарты, бала-сағаһы яланға сығып, өс-дүрт урында ҡаҙан аҫып, ҡарға бутҡаһы бешерә. Ул әҙер булғансы, йәшерәктәр йырлы-бейеүле уйындар, ярыштар ойоштора, ололар ҡаҙан тирәләй бөтөрөлә. Бешкән бутҡаның бер өлөшөн ергә һибәләр, икенсеһен һыуға һалалар. Был ер-һыуҙың “күңелен күреү”, мул уңыш килтереүен теләп эшләнә. Байрамға һәр кем ҡалаҡ тотоп килә һәм, ҡаҙандан эләктереп алып, аяғүрә ашай. Бала-саға, бутҡаны һоҫоп алғас, ҡарға булып “Ҡарр-ҡарр, ҡарап ҡал, бутҡа тағы бар” тип һамаҡлай ҙа йүгереп китә һәм ашап бөткәс, тағы килеп ала.

Уңған, эшсән кешеләр йәшәй Ти­рәклелә. Әле бөтә ауыл халҡы, дәррәү ҡуҙғалып, колхоз малына бесән әҙерләй. Нисек өлгөрә­ләрҙер, йорт янындағы баҡсаларында йәшелсәләре, еләк-емеш ҡыуаҡтары, күҙҙең яуын алырҙай матур-матур сәскәләре гөрләп үҫә уларҙың!

Арыған ҡояш, үҙенең көнө буйы ҡыҙған ҡуҙҙарын офоҡ усағына һалып, тау артына тәгәрәп төшөүгә, эштән арыған халыҡ киске тәғәмде ашағас та йоҡларға ята.

Әй ҡыҫҡа ла һуң йәйҙең төн­дәре! Бар ауыл иҙрәп ял иткәндә, йәшлек кенә йоҡламай. Йәшлектең таңы бар, кисе юҡтыр, тиҙәр бит. Яҙ миҙгеле кеүек сәскә ваҡытының ҡәҙерен белеп ҡалырға, һөйөп-һөйөлөп йәшәргә ынтыла әҙәм балаһы. Йәшлек йоҡлап ятһа, айлы төндәрҙең, яҡты йондоҙҙарҙың, саф һыулы шишмәләрҙең серен кемдәр белеп шиғырҙар яҙыр, кемдәр йырға һалыр ине һуң? Ана бит, ҡарттар ял иткәндә, бер төркөм  йәштәрҙең шаярышып көлөшкән­дәре ишетелә. Уларҙың ҡыңғырау сыңлағандай көлөүе ололарҙың тутыҡҡан күңел ҡылдарын сиртеп, ҡабат йәшлек йылдарына алып ҡайта. Шулай инде, “Аҡыллы ҡарт­лыҡ уйҙар уйлай, ә ғәмһеҙ йәшлек көлә лә уйнай”, тигән бит бер аҡыл эйәһе.

Йылға аръяғында йыр ишетелә, йәштәр ай-йондоҙ тураһында йырлай:

Ай янында  яҡты йондоҙ,

Ай тулды, һин ҡал инде.

Сит илдәрҙә күп йөрөнөң,

Бик һағындым, ҡайт инде.

  

Ай нурлыраҡ, йондоҙ яҡты

Тыуған илем күгендә.

Тыуған яҡта йыр ишетһәң,

Моңо ҡала күңелдә.

Моңло йыр тыңлап, хистәргә бирелеп, йылғаның был ярындағы йыуан тирәк төбөндә Айһылыу ме­нән Айнур донъя хәбәрҙәрен һөй­ләшеп ултыра. Егет инде хәрби хеҙ­мәттән ҡайтҡан, ауылда ҡалғы­һы килә, ә ҡыҙҙы ҡала үҙенә тарта.

– Күр, ниндәй сихри төн! Саф һауа, сәскәләр еҫе, ҡоштар йыры... Тыуған өйөңдөң тупһаһына сығып баҫһаң, бар тәбиғәт һинең күҙ алдыңда. Ошо ожмахҡа тиң тыуған ереңдән һин көс-ҡеүәт, илһам алаһың. Уны данға күмеү – беҙҙең бурыс, – ти Айнур һәм аҡрын ғына йыр башлай.

“Айҙың яҡты нуры төшә, колхозым ҡырҙарына...” – Йырынан туҡтап, уны тыңлап ултырған ҡыҙға төбәлә.

– Әйт, Айһылыу, ҡалала йәшә­һәң ошондай матурлыҡты һин ҡайҙа күрәһең? Бөтә тәбиғәтте таңда ҡош-һандуғас уята. Ҡала шау-шыуында һин уның моңон ҡайҙан ишетәһең?

– Ә ҡалалағы матур тормош, бейек йорттар, кинотеатрҙар кемдәр өсөн?

– Ваҡыты етер, эшләп, мал табырбыҙ, машинабыҙ ҙа булыр. Ғаиләбеҙ менән бергәләп барып, ҡалаһын да, театрҙарын да күреп ҡайтырбыҙ, –  тип йыуата егет, ҡыҙҙы ҡосағына алып.

Шул ваҡыт ара-тирә әле унда, әле бында йәшен уттары күренә, әкрен генә күк күкрәүе ишетелә башланы. Кинәт көслө йәшен уты һауаны ярҙы, шартлау ишетелде, ер тетрәгәндәй булды.

– Йә, Хоҙай, хәүеф-хәтәрҙән үҙең һаҡла, – тине ҡыҙ, егет ҡуйынына һыйынып.

Әле таң беленергә иртәрәк ине, шулай ҙа офоҡ ҡыҙарҙы. Йәштәр тороп, ауылдың өҫкө урамына йүгерҙеләр һәм идара йорто яғында ут көлтәһе күрҙеләр. Был “Осҡон” колхозының кәнсәһе яна  ине. Улар икеһе ике яҡҡа йүгереп, янғын тураһында хәбәр таратҡансы, кешеләр һыулы күнәктәрен күтәреп килгәнсе, идара йорто янып бөткән ине инде. Ярай әле, ел ҡуҙғалманы. Ул да көнө буйы кешеләр һалған күбәләрҙе туҙҙырып йөрөп арыған, күрәһең, йәшен шартлауға ла уянманы.

Бына шулай, аяҙ төндө йәшен һуҡты колхоз кәнсәһен. Быға бар тирә-яҡ халҡы шаҡ ҡатты. Идара йорто ике яҡтан да шәхси өйҙәрҙән алыҫ торғанлыҡтан, бер кем дә уттан зыян күрмәне. Әллә колхоздың исеме оҡшаманы Тәңрегә (осҡон­дан ялҡын сығыр, тиҙәр бит), әллә идара йортоноң урыны серле булды – бер нисек тә аңлатып булмай торған ваҡиға ине был. Шуға халыҡ тәҡдиме менән яңы идара йортон икенсе урынға, йылға ярына яҡы­ныраҡ һалдылар һәм колхоздың исемен “Уңыш” тип төҙәттеләр. Янып бөткән урынын таҙартып, тигеҙләп ҡуйҙылар.

Колхоз рәйесе Ниғмәтйәнов ситтән килгән булһа ла, уны халыҡ үҙ итеп ҡабул итте. Тырыш булғас, колхозсылары ла шундай уның. Һәр эштә үҙе ҡатнаша. Бригадир­ҙарына ла шундай талап ҡуя. Шуға күрә улар юғары уңыштарға өлгәшәләр ҙә инде.

Идара йорто йәнәшәһенә яңы клуб төҙөп ҡуйҙылар. Иҫкеһен һүтеп, шыңғырҙап торған ҡарағай бүрәнәләрен ауылда күп балалы ғаиләләрҙең береһенә, Бәҙри ағайға йорт һалырға бирҙеләр. Инде бер нисә йыл буш ятҡан, янған идара йорто урынына, колхоз ярҙамы менән Бәҙри ағай ғаиләһе бик матур йорт бөтөрөп инде. Тирә-яғына бөтә кәрәк-яраҡ ҡаралтыһын булдырып, матур ғына донъя көтә башланылар.

Яңы йортта йәшәүҙәренә дүрт-биш йыл үтеүгә, Бәҙри ағай ҙа уттан зыян күрҙе. Йәйге ҡыҙыу эш ваҡыты. Бөтә халыҡ бесән әҙерләү­ҙә. Ул осорҙа ауылда бала-саға ла ҡарт-ҡоро ғына ҡала. Иртәнге эшкә ҡуҙғалғанда Мәрзиә килене:

– Әсәй, тирә-яҡта балалар күп, бер үк күҙ-ҡолаҡ бул инде. Бөгөн Дим буйында өмә, төшкө ашты ла унда әҙерләйҙәр, – тип ҡәйнәһен киҫәтте.

– Әллә инде, балам. Башым ауыртып тора, ҡолаҡтарым шаулай. Ишетермен микән ул был булһа? Көнө буйы тышта ултыра алмам инде, – тип борсолдо инәй.

Төш ауышыуға, балалар тауышына һиҫкәнеп, Мөршиҙә ҡарсыҡ тышҡа атылып сыҡты һәм Бәҙриҙәр яғынан “пожар, өй яна!” тип йүгергән балаларҙы күрҙе. Ысынлап та, өй ҡыйығынан ут ялҡындары күренде. Көтмәгәндә, тау башындағы урман яғынан йәшенле ямғыр сыҡты ла күҙ асып йомған арала күнәкләп ҡоя башланы. Кешеләр эштәрен ташлап ауылға йүгерҙе. Хужалары ҡайтып еткәндә, янғын һүнгәйне лә, тик был өй йәшәрлек хәлдә түгел ине инде. Ямғыр нисек кинәт башланһа, шулай туҡтаны, әйтерһең дә, янғын һүндереү өсөн генә яуған. Уттың ҡайҙан сыҡҡанын бер кем дә белмәне. Әллә балалар шаярыуы, әллә Тәңре ҡушыуы буйынса...

– Бына бит Хоҙайҙың ҡөҙрәте, үҙе яндырҙы, үҙе үк һүндерҙе. Ямғыры бит күнәкләп ҡойҙо, – тип Мөршиҙә ҡарсыҡ ҡына ғәжәплә­неүен белдерҙе. Бәләне яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Ул көндө Бәҙриҙең һыйыры көтөүҙән ҡайтманы. Бер нисә кешенең малын йәшен һуғып үлтергән булып сыҡты. Улары ағас төбөндә күмәкләп ятҡан икән.

Ауылда кешеләр берҙәм, ярҙамсыл бит ул. Зыян күргән ғаи­ләне ҡайғыһы менән яңғыҙ ҡалдыр­манылар. Төрлө яҡлап ярҙам иттеләр. Үҙҙәре лә эшсән улар. Бәҙри ағай – мал ҡараусы, ҡатыны, ҡыҙы – һауынсылар, улы – тракторсы. Уҡыу йәшендәге өс бала – йорт тирәһендә. Тиҙ арала күмәк­ләшеп, тағы йорт хәстәрләнеләр ҙә ғаиләне күсерҙеләр. Район етәкселәре лә ситтә ҡалманы. Ил төкөрһә – күл була, ти бит халыҡ. Колхозға, бөтә ауылдаштарына оло рәхмәтле Бәҙри ағай. Теге серле урынды йәнә таҙартып, йыйыштырып ҡуйҙылар, һәм ул оҙаҡ йылдар буш торҙо.

Ауылда йәш ғаиләләр артып, йорт һалыу урынына мохтажлыҡ тыуғас, колхоз өр-яңы бүрәнәләр ҡайтартып, шул уҡ урынға ике фатирлы ҙур йорт һалдырҙы һәм ике ғаиләгә асҡыс тапшырҙы.

Ауылдың иң өлкән кешеһе Зарифа ҡарсыҡ, бүрәнә ҡайтара башлағас та:

– Эй, балалар, был урынға кәрәкмәҫ ине тағы йорт һалыу. Ике тапҡыр киҫәтеү булды бит инде Хоҙай Тәғәләнән. Бында иҫке зыярат  булыуы ихтимал йәки берәр мосафир күмелгәндер, – тип әйтеп ҡараһа ла, иҫәпкә алған кеше булманы. Йәштәр шаярыуға бороп, йылмайышып ҡына ҡуйҙы. Бригадир Рәхим:

– Инәй, улай булғас, бында тамуҡ уты янғын сығарамы икән? – тип көлдө.

Колхоз алдынғылар рәтендә. Ауылда йәш ғаиләләр күп. Үҙ-ара дуҫ, берҙәм булып, бер маҡсат ме­нән йәшәйҙәр. Уларҙы ер яҙмышы ла, ил яҙмышы ла берҙәй борсой.

Бына Айһылыу менән Айнурҙың да үҙ ҡыуыштары, үҙ түбәләре булды, хәҙер ике ҡыҙҙары үҫеп килә. Стена аша ғына дуҫтары Рәфис менән Әнисә, улар ҙа ике бала үҫтерә. Эштәре лә, аштары ла бергә уларҙың, бер ғаилә кеүек йәшәйҙәр. Инде колхоз балалар баҡсаһы ла төҙөһә, эшкә китеүҙәре лә хәүефһеҙ булыр ине. Башҡа сығып йәшәй башлағас та, балаларҙы атай-әсәйҙәргә илтеп ҡалдырыу килешә торған эшме ни? Өлкәндәргә лә ял кәрәк. Уларға бик ауыр замандарҙа йәшәргә тура килде. Рәнйемәһендәр инде.

Тик йәштәр был йортта ни бары өс йыл ғына йәшәп ҡалды. Тағы ла янғын сығып йорттары нигеҙенә ҡәҙәр янып бөттө. Был юлы тик­шереүселәр, ут электр сыбығынан сыҡҡан, тип фаразланы. Шулай ҙа, нисә тапҡыр янғындан өтөлгән был ерҙе ентекләберәк тикшерергә булдылар. Техника менән тәрә­нерәк ҡаҙып ҡарағас, кеше һөйәк­тәрен, һөлдәләрен таптылар. Ысынлап та, был урындың иҫке зыярат урыны булыуы асыҡланды.

Нисәмә йылдар ер өҫтөндә йәшәгән кешеләр күпме мәрхүм­дәрҙең рухтарын тынғыһыҙлап, бимазалап торған. Тереләр уйламағанды, аңламағанды әруахтарҙың рухтары киҫәтеп, белгертеп торған да бит...

Фани донъялағы кеше өйөнә рөхсәтһеҙ инергә ярамаған кеүек, баҡыйлыҡҡа киткәндәрҙең дә ҡәбере тапалырға тейеш түгел. Кеше һөйәктәре мәңгелек төйәк тапҡан урынды фанилыҡта ниндәй­ҙер маҡсат өсөн ҡулланырға ярамай. Инде хәҙер ул урынды кәртә­ләп, ағас ултырттылар. Ҡарағайҙар матур ғына үҫеп киләләр. Күп йылдар тынғыһыҙланып ятҡан яҡын­дарыбыҙҙың да рухтары тынысланып ҡалғандыр, иншаллаһ. Нимә тиһәң дә, зыярат мәрхүмдәрҙең мәңгелек йорто бит.

- Фәүзиә ЙОМАҒОЛОВА-САДИҠОВА

Мәләүез районы 

Читайте нас: