Әбйәлил район мәҙәнит йортонда һәр саҡ төрлө саралар үтеп тора. Кисә әбйәлилдәр үҙҙәренә генә хас булғанса, йәнә бер матур конкурс үткәргән. "Шәп инәй-2022" конкурсының һайлау турын үткән 12 бәйгесе үҙ-ара көс һынашҡан.
Конкурс шарттарына ярашлы, ҡатнашыусылар алты йүнәлеш буйынса һынау тотто. Инәйҙәрҙең беренсе сығыштары дәртле башҡорт бейеүенән башланып китһә, артабан “Мода-2023″, ”Визитка”, “Ретро”, “Ижади конкурс” һәм “Дефиле” тигән һынауҙарҙа үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр.
Төп приз - Гран-приҙы Асҡарҙан Резида Шаһимәрҙәнова яуланы. 1-се урынды Гөлнара Замалетдинова (Атауҙы ауылы) алды. Йәмилә Ғабдуллина (Күсем), Зилфирә Аҡмырҙина (Юлдаш) икенсе урынға лайыҡ булды. Өсөнсө урын Мәүлидә Камалова (Дәүләт), Сара Килдейәрова (Красная Башкирия), Вәсилә Суфияноваға бирелде (Тупаҡ).
"Сая" номинацияһы - Нәсимә Фәхретдиноваға (Мәйгәште), "Ҡупшы" номинацияһы - Гөлсәсәк Кейекҡужинаға (Ҡырҙас), "Етди” номинацияһы - Светлана Истамғоловаға (Целинный), "Мөләйем” номинацияһы - Нәфисә Бәшәроваға (Тал-Ҡусҡар), "Баҫалҡы” номинацияһы Финүзә Шаһиеваға (Ишҡол) тапшырылды.
Инәйҙәрҙең йәш һәм шат, дәртле һәм көләс булыуҙары барыһын да һоҡландырҙы!
Фото: abzelil-kultura.ru