Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Башҡортостан Башлығы грантына ярашлы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана сайт эшләне. Был эштә әҙиптең балалары – Гөлнара менән Азамат Ғариповтар туранан-тура ҡатнаша.
Һанлы ресурс Рәми Ғариповтың ижади мираҫын һәм биографияһын виртуаль һаҡлау урынына әүереләсәк. Шағирҙың ижадына, тормошона арналған ғилми мәҡәләләр, китаптар, уның башҡа телдәргә тәржемә ителгән әҫәрҙәре лә ҡуйыласаҡ. Ресурс интернет менән ҡулланыусыларҙың күбеһе өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип көтөлә. Классиктың ижадын хөрмәт итеүселәрҙән тыш, бындағы материалдар менән әҙәбиәтсе-ғалимдар, уҡытыусылар, тәржемәселәр һәм башҡалар файҙалана ала.
Сайттың баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова проект өҫтөндә барған эш тураһында бәйән итте. "Шағирҙың балаларының атаһының ҡулъяҙмаларынан торған архивты ентекле һаҡлауы ҡыуаныслы, – ти ул. – Мәғлүмәттәр эҙләгәндә беҙ шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы архивына мөрәжәғәт иттек, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондтарын өйрәндек. Телевидение, радио архивтарында шағирҙың сығышын, уның хаҡында тапшырыуҙар яҙмаларын тыңланыҡ".
Рәми Ғариповтың архивынан ҡайһы бер материалдар тәүгә донъя күрәсәк. Улар араһында – Иван Франконың Рәми Ғарипов тәржемәһендәге хикәйәләре, улар быға тиклем өлөшләтә генә баҫылған булған. Сайт материалдары шағир биографияһын да тулыраҡ күҙ алдына баҫтырасаҡ. Мәҫәлән, Рәми Ғариповтың 1950 йылда "Әҙәби Башҡортостан" журналында баҫылған "Ленин" шиғыры ваҡытлы матбуғаттағы тәүге әҫәре тип һанала. Биографияһын ентекле өйрәнеп, ресурс авторҙары шағирҙың 1949 йылда донъя күргән тәүге шиғырына юлыға. Йәш шағир унда үҙенең осоусы булырға теләүе хаҡында бәйән итә.
Сайтты әле үк инеп ҡарарға мөмкин, әммә уның биттәрен тулыландырыу өҫтөндә эш бөгөнгәсә дауам итә. "1977 йылда, әҙип үлгәндән һуң, Башҡортостан Яҙыусылар союзының шағирҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса комиссияһы Рәми Ғарипов тураһында мәғлүмәт йыйыу тураһында иғлан баҫтырып сығара. Улар фотографиялар, телеграммалар, хаттар, открыткалар, ҡулъяҙмаларҙы, йәғни дуҫтарында, таныштарында, туғандарында һаҡланырлыҡ бөтә мәғлүмәтте ебәреүҙе һорай. Был иғлан бөгөн дә көнүҙәк. Класташтарының, төркөмдәштәренең ғаилә альбомдарында уның менән бергә төшкән фотолар булыуы мөмкин. Бәлки, ул кемгәлер үҙенең һүрәттәрен бүләк иткәндер йәки хаттар яҙғандыр. Өҫтәүенә, байтаҡ шағирҙарҙың яҙған әҫәрҙәрен тыуған ерендә ҡалдырыу ғәҙәте булған. Мәҫәлән, Шәйехзада Бабичтың ижады бөтә тарихи Башҡортостан буйлап йыйылды", – ти Гөлсәсәк Саламатова.
Сайтта классиктың тәржемәләрен, ҡулъяҙмаларын, гәзит мәҡәләләрен һәм һүрәттәрен, замандаштарының хаттарын, уның хаҡында иҫтәлектәрҙе урынлаштырыу күҙаллана.
Ресурстың авторҙары сайттың эшләй башлауын Рәми Ғариповтың исемен мәңгеләштереү буйынса дөйөм эшмәкәрлектең башы ғына тип билдәләй.
Фото: ramigaripov.ru