“Был алға китеш! Юғары класс әйберҙәре! Башҡорт кейеме университеты!” – тип яҙҙы башҡорт милли кейеме белгесе Александр Акулов камзул тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәренең посы аҫтына.
III «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостандың Милли музейында проект лауреаттарынан оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
Ошо көндәрҙә тамбурлы сигеү һәм янсыҡ әҙерләү; башҡорт күкрәк биҙәүестәре: һаҡал, селтәр, яға, муйынса, иҙеү, алмиҙеу; традицион башҡорт өҫкө ҡыҫҡа, билле кейем – камзул буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы.
Дәресте башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» Халыҡ-ара конкурсы лауреаттары: реконструктор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Әхтәриева һәм оҫтабикә Гөлнара Вәхитова үткәрҙе.
Иртәгә, 20 декабрҙә, һараус әҙерләү буйынса практик дәрес үткәрелә, уны реконструктор, сигеү буйынса мастер, «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаты Айгөл Вәлиева үткәрә.
Дәрестәргә яҙылыу һәм эш барышын https://vk.com/bashkeieme , https://vk.com/tamga2021 төркөмдәрендә күҙәтергә мөмкин.