Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 10:08

Башҡорт атына хөрмәт белдерелде

Быйыл 29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле буйында беренсе тапҡыр “Башҡорт аты” республика фестивале булды. Легендар башҡорт аты сараның төп геройына әүерелде.

“Башҡорттарҙың тормошонда, респуб­лика­ның тарихында ат һәр саҡ ышаныслы һәм тоғро дуҫ булып ҡала. Тап шуға ла беҙ­ҙең әҫәрҙәрҙә – “Аҡбуҙат” һәм “Урал батыр” эпостарында ат төп геройҙар иҫәбендә. Яугир ата-бабаларыбыҙ – “төньяҡ амурҙары” һәм Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән 112-се дивизия һыбайлылары ла данлы хәрби юл үткән. Бөгөн беҙ бында башҡорт аты­на рәхмәт һәм хөрмәт белдерергә йы­йылдыҡ. Шулай уҡ йылҡысылыҡты үҫтереү юлдарын асыҡлау маҡсатын да ҡуйҙыҡ”, – тигәйне фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фестивалгә биш меңдән ашыу кеше килде. Улар иҫәбендә – Ҡалмыҡ Республикаһы Башлығы Бату Хасиков етәкселегендәге делегация ла бар ине. Шулай уҡ сарала Рәсәйҙең егерменән ашыу төбәгенән, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Тажикстандан, Мәскәүҙән һәм Яҡутстандан делегациялар ҙа ҡатнашты. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Тимофей Баженов та фестивалдең почетлы ҡунағы булды.

“Башҡорт аты” фестивале барышында Башҡортостандың яңы тарихында иң ҙур ат парады уҙҙы. Унда Мәскәүҙән, Баш­ҡортостан, Татарстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡалмыҡ, Саха(Яҡут), Дағстан, Алтай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан республикаларынан, Пермь крайынан, Рязань, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән биш йөҙ самаһы һыбайлы ҡатнашты.

Парадта ҡатнашыусылар милли кос­тюмдарҙа, Бөйөк Ватан, 1812 йылғы Ватан һуғыштары осорондағы “төньяҡ амурҙары” кейемдәрендә лә, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре форма­һында ла сығыш яһаны. Һыбайлылар шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ирекле батальон байраҡтары менән дә сафтан үтте.

Ҡунаҡтар, данлыҡлы башҡорт ҡымыҙы менән һыйланыуҙан тыш, республиканың иң яҡшы ҡумыҙсыһын билдәләүҙә лә ҡат­наш­ты. Учалы районынан “Юлдаш” йылҡы­сылыҡ ауыл хужалығы предприятиеһының ҡымыҙы иң яҡшыһы тип танылды. Халыҡ кәсептәре күргәҙмәһен ҡараған саҡта иһә Ҡалмығстан Башлығы Бату Хасиковҡа үҙен тимерсе ролендә һынап ҡарарға тәҡдим иттеләр. Ҡунаҡ ихлас ризалашты һәм хеҙмәт кешеләренә ҡарата бик ихтирамлы мөнәсәбәттә булыуын белдерҙе.

Фестивалдең иң сәмле ярышы ат сабышы булғандыр. Бүләк тә шәп ине – республика етәксеһенән “Лада Гранта” автомобиле. Ул 14 саҡрымлыҡ “Оҙон бәйге”лә еңеүсегә тәғәйенләнгәйне.

Ярыш барышын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та күҙәтте. Көсөргәнешле бәйгелә Баймаҡ районынан Турысай ҡушаматлы айғырҙа Алмас Шөғөров еңеүсе булды.

Ике көн дауамында “Башҡорт аты” фестивале майҙансығында “Мәргән уҡсы” төбәк-ара фестивале сиктәрендә уҡсылар ярышы булды. Унда Башҡортостандан, Ҡалмығстан­дан, Пермь крайынан, Әстрхан, Силәбе, Омск өлкәләренән, Екатеринбургтан һәм Мәскәүҙән 100-гә яҡын уҡсы ҡатнашты.

Фестивалдең иң мөһим йомғаҡтарының береһе – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Башҡортостан Фәндәр акаде­мияһы структураһында Башҡорт аты институтын булдырыу тураһындағы йөкләмәһе.

“Башҡорт аты” фестивале – данлы үткәндәрҙе һағыныу ғына түгел, киләсәккә тәҙрә лә, әммә башҡорт аттарының иртәгәһе булһын өсөн бөгөн тарихҡа бағырға, йолаларҙы хәтергә төшөрөргә кәрәк.

“Тимерселек эше, тау ташын эшкәртеү, кейеҙ техникаһы, биҙәүестәр эшләү һәм башҡа милли кәсептәр – барыһын да хуплау һәм һаҡлау кәрәк. Был – тарихыбыҙҙың, тормошобоҙҙоң ҙур өлөшө. Ошо кәсептәр йәшәгән һәм оҫталар иҫән саҡта – бөгөнгө менән үткәндәр араһында күпер ҡала”, – тине Радий Хәбиров.

Ул сараның даими үтәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Читайте нас