Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 03:00

Баймаҡ туҡталыштарын "ҡуяндар" биҙәй

Ә һеҙҙең ҡала һәм ауылдарҙа Яңы йыл кәйефе һиҙеләме?

Баймаҡ туҡталыштарын "ҡуяндар" биҙәйБаймаҡ туҡталыштарын "ҡуяндар" биҙәй
Баймаҡ туҡталыштарын "ҡуяндар" биҙәй

Республикала ғына түгел, тотош илдә Яңы йылға әҙерлек башланды. Кемдер йорттарына шыршы- ҡупшыҡайҙарҙы ултырта, уларҙы биҙәй, икенселәре Яңы йыл ҡаласыҡтары эшләй, ә кемдер байрам өсөн төрлө тамашалар ҡуя. Ә бына Баймаҡ ҡалаһында Яңы йыл кәйефен күтәргән бынамын тигән өр-яңы биҙәлештәр уйлап табылған. Ҡаланың автобус туҡталыштары элекке открыткалағы  һүрәттәр менән биҙәлгән.

Совет осорондағы был һүрәттәрҙе һәр кем яҡшы таный һәм хәтерләй ҙә. Йыл ҡунаҡтары - "ҡуяндар"  һәр кемде, бигерәк тә пассажирҙарҙы яҡшы кәйеф, күтәренке күңел менән оҙатып ҡала.

Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.

Баймаҡ туҡталыштарын "ҡуяндар" биҙәй
Баймаҡ туҡталыштарын "ҡуяндар" биҙәй
Баймаҡ туҡталыштарын "ҡуяндар" биҙәй
Автор:Карима Усманова
Читайте нас