Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 21:30

Өфөлә “Сәнғәттең тактиль донъяһы” инклюзив күргәҙмәһе асыла

22 декабрҙә Өфө ҡалаһының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының 41-се моделле үҫмерҙәр китапханаһында «Сәнғәттең тактиль донъяһы» күргәҙмәһенең презентацияһы үтә.

Өфөлә “Сәнғәттең тактиль донъяһы” инклюзив күргәҙмәһе асыла
Өфөлә “Сәнғәттең тактиль донъяһы” инклюзив күргәҙмәһе асыла

22 декабрҙә Өфө ҡалаһының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының 41-се моделле үҫмерҙәр китапханаһында «Сәнғәттең тактиль донъяһы» күргәҙмәһенең презентацияһы үтә. Был башланғыс мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижади индустрия өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Рәсәй Федерацияһы Президентының гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Күргәҙмәлә бөйөк рус рәссамдарының 10 тактиль 3D репродукцияһы тәҡдим ителә.

Күргәҙмәнең үҙенсәлеге шунда: тәҡдим ителгән шедеврҙарҙың тактиль күсермәләре күреү һәләте насар кешеләр өсөн махсус эшләнгән. Күргәҙмәне ойоштороусылар эксперимент сифатында башҡаларға ла тойоу һәләте аша сәнғәт әҫәрҙәре менән танышырға тәҡдим итә.

Тактиль картиналар төп нөсхәнең фактураһын имитациялай һәм 3D-мисәт ярҙамында эшләнгән. Тулыраҡ ҡабул итеү өсөн күргәҙмә аудиогид менән оҙатыла.

"Күргәҙмә өҫтөндә эшләү беҙҙең өсөн иҫ киткес тәжрибәгә әүерелде, — тип һөйләне моделле үҫмерҙәр китапханаһы мөдире Ольга Дьяконова. - Аудиогидтарҙың һәм тифломаркерҙарҙың эшен, элек осрамағандарын өйрәндек".

Белгестәр фекеренсә, сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн социомәҙәни реабилитация мөһим ғәмәл һанала. Яраҡлаштырылған картиналар арҡаһында улар рельефлы объекттар аша танып белеү процесына ҡушыла һәм рус һынлы сәнғәтенең шедеврҙары менән таныша ала.

Проектты тормошҡа ашырыу буйынса эште Өфө ҡалаһының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының 29-сы, 31-се, 41-се моделле китапханалары алып бара.

Күргәҙмәне теләгән һәр кем шәхсән йәки төркөм менән ҡарай ала. Экскурсияға +7 (347) 216-48-94 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин. 

Өфөлә “Сәнғәттең тактиль донъяһы” инклюзив күргәҙмәһе асыла
Өфөлә “Сәнғәттең тактиль донъяһы” инклюзив күргәҙмәһе асыла
Өфөлә “Сәнғәттең тактиль донъяһы” инклюзив күргәҙмәһе асыла
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: