Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 15:11

Халыҡ ижадына тоғролар

Башҡортостан Башлығының гранттар фонды конкурсында еңгән сара – республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Ашҡаҙар моңдары” конкурсын йыл ваҡиғаһы тип билдәләнек. “Самрау” мәҙәни мираҫты һаҡлау фонды,  “Ашҡаҙар” радиоһы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторолған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың конкурсы, беренсе тапҡыр үтеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостандан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.

Абруйлы баһалама ағзалары, республи­каның билдәле шәхестәре Юлай Ғәйнет­динов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Нәфисә Тулыбаева, Миләүшә Иҙрисова 120-нән ашыу бәйгесе араһынан 27 башҡарыусыны үҙҙәрен күрмәйенсә, тауыштарын тыңлап һайлап алды. Һуңынан йырсылар баһалама ағза­лары алдында фонограммаһыҙ, музыкаһыҙ йырланы. 

21 башҡарыусы Башҡорт дәүләт филар­монияһында үткән йомғаҡлау тамашаһында “Йәнле тауыш” менән йырланы. Республи­каның билдәле шәхестәре Нәзир Ҡолбахтин, Таңсулпан Ғарипова,  Марс Юлдашев, Сәрүәр Сурина, Эльвира Сәйфуллина, Сынтимер Баязитов та концертҡа саҡырылды.

Финалсылар башҡарыуында “Күсәбә”, “Уйыл”, “Сәлимәкәй”, “Сыбай ҡашҡа” һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраны. Бәйгеселәр йырҙың тарихына, әһәмиәтенә лә туҡталды. Төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән йырсыларҙың халыҡ йырына тоғро ҡалыуы һәр кемде һоҡландырҙы. Йырламаған, бейемәгән башҡорт юҡтыр, тигән фекергә йәнә инандыҡ. Һәр бәйгесе сығышынан һуң дәртле итеп бейеп тә алды, ҡайһы берҙәре ҡурайҙа ла уйнаны.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Өмөт” номинацияһында Өфөнән Айлина Ҡәйүмова менән Миәкә районынан Самира Туленкова махсус бүләккә лайыҡ булды. “Йәштәр тауышы” призы Арыҫлан Тимеровҡа тапшырылды.

Кушнаренко районының  30 йылдан ашыу сәхнәлә булған “Ағиҙел моңдары” вокаль квар­теты “Йырға тоғролоҡ” призы менән бү­ләкләнде. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ойошторолған бәйге һөҙөмтәләре буйынса “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы Хәлит ауылынан Харрас Фәйзуллин еңеп сыҡты. “Һирәк яңғыраған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар” номинацияһына Өфө ҡалаһынан Шамил Күсәмишев (“Бәҙрийән” башҡорт халыҡ йыры), Баймаҡ районының Буранбай ауылынан Фәттәх Аралбаев (“Арғымаҡ яңғыҙ, егет малһыҙ” башҡорт халыҡ йыры), Мәләүез ҡалаһынан Райхана Хафизова (“Был ғүмер”) лайыҡ булды.

Ырымбур өлкәһенең Яңы Сергиевка ҡасабаһынан Флүзә Хәлитова, Харрас Фәйзуллин, Силәбе өлкәһенең Ҡатаутамаҡ ҡалаһынан Венер Ҡәҙербаев, Һамар өлкәһенең Тольятти ҡалаһынан Ильвера Айбушева “Башҡорт халыҡ традицияларын һаҡлаусылар” номинацияһында Республика халыҡ ижады үҙәгенең махсус приздары менән бүләкләнде.

Өсөнсө урынды ике бәйгесе – Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Салауат Хамматов менән Өфө районының Мөҙәрис ауылынан Мөхтәр Сөйөшев уртаҡлашты. Дәүләкән районының Иҫке Яппар ауылынан Рәлиә Әйүпова икенсе урынға сыҡты. Күмертау ҡалаһынан Ришат Вәхитов иһә еңеүсе тип билдәләнде.

Концерттың иң тулҡынландырғыс өлөшө бәйгеселәрҙең “Урал” башҡорт халыҡ йырын бергәләп башҡарыуы булғандыр. Тамашасы уларҙы аяғүрә баҫып тыңланы.

 “Ашҡаҙар” радиоһы эфирында һәр баш­ҡарыусы тураһында “Ашҡаҙар моңдаштары” исемле цикл тапшырыла килде.

Читайте нас: