Мәҙәни, рухи мираҫ кеүек ҡиммәттәр – беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан күскән төп байлыҡтарҙың береһе, улар үҙендә тотош халыҡтың тарихын, йолаларын, заман һулышын һаҡлай.
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)” халыҡ-ара ижтимағи берләшмәләр союзы йыл дауамында “Ижади майҙан” тип исемләнгән күсмә комплекслы сара уҙғарҙы. Бының өсөн республика шартлы зоналарға бүленде һәм төрлө райондарҙа уҙған проект сараларында республиканың мәҙәниәт донъяһында, мәғариф өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәте һәм ҡаҙаныштары менән билдәле шәхестәре семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Был исемлектә Хөрмәтулла Үтәшев, Булат Йосопов, Йәлил Сөләймәнов, Зөһрә Бураҡаева, Илнур Лоҡманов, Рәйсә Күзбәкова, Эльбрус Ниғмәтуллин, Риф Ғәбитов кеүек халҡыбыҙҙың абруйлы шәхестәре бар. Саралар Бөрйән, Йәрмәкәй, Стәрлебаш, Дыуан райондарында, Ағиҙел һәм Салауат ҡалаларында үтте, уларҙа район ерлегендә эшләгән меңдәрсә мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселәр, балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашты. Проекттың маҡсаты ябай – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә киңерәк ижади мөмкинлектәр тәҡдим итеү, урындағы таланттарҙы табыу һәм үҫтереү, республика халҡына мәҙәни, рухи хазиналарыбыҙ донъяһын тәрәндәнерәк белеү мөмкинлеге биреү.
“Башҡорт мәҙәниәтенең күп яҡлылығы 50-ләп башҡорт ырыуының күп төрлөлөгөнә нигеҙләнә. “Ижади майҙан” проекты тап ошо рухи тәрәнлектең ҡеүәтен асыуға йүнәлтелгән. Беҙ оҫталыҡ дәрестәрен генә ойошторманыҡ, ә райондар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу ҙа төп маҡсатыбыҙ ине. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кино, хореография, рәсем сәнғәте, театр һәм актерлыҡ оҫталығы һәм башҡа йүнәлештәрҙең заманса ағымдары менән танышты.
“Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫының ҡиммәттәрен маҡсатлы аудиторияға нисек еткерергә?” – был мәсьәлә йылдың тематик саралары планын төҙөгән ваҡытта башҡорт йәмәғәтселегенең төп бурысы булды. 10 төп йүнәлеш билдәләнде, уларҙың һәр береһе башҡорт халҡының бай этномәҙәниәтенең айырым билдәләнеше булып тора.
“Ижади майҙан” тәүге сиратта районда мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә эшләгән кешеләргә йүнәлтелгәйне — тап улар башҡорт мәҙәниәтен халыҡҡа еткерә, рәсем һәм әҙәбиәт түңәрәктәре, театр студиялары ойоштора, тематик саралар үткәрә. Башҡорт мәҙәниәте йылы рухи яңырыу барышының башы булды. Уның маҡсаттарына өлгәшеү өсөн район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре кеүек үҙҙәрен аямаған, ысын күңелдән эшләгән шәхестәр кәрәк”, – тип билдәләй ойоштороусылар. Бындай саралар йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү өсөн дә мөһим.
“Ижади майҙан” проектының ҡеүәте ҙур һәм билдәле шәхестәр менән йәнле аралашыу мөмкинлеген биргән сара артабан да дауам итер, тигән өмөт бар.