Быйыл “Кейек ҡаҙ юлдары” йыры махсус хәрби операциялағыларҙың гимнына ла әүерелде. Дүртөйлө районы егете Артур Хәсәнов Ҡазанда хәрби әҙерлек үткәндә һалдаттар алдында ошо йырҙы башҡарып халыҡтың күңелен яуланы. Йыр, интернет селтәрендә йәшен тиҙлегендә таралып, һәр төбәктә яңғыраны. Был йыр – татар эстрадаһы йырсыһы яҡташыбыҙ Филүс Ҡаһировтың репертуарынан. Артистың концертында был йырҙы Артур Хәсәнов менән бергә башҡарҙылар.
Артур Хәсәнов Нефтекама ҡалаһында тыуған, мәктәп йылдарында ғаиләһе менән бергә Илеш районының Лаяшты ауылына күсеп килгән. Өфө радиоэлектроника колледжын тамамлай, Дүртөйлө мәҙәниәт йортонда тауыш операторы булып эшләй.
Интернет селтәрен яңғыратҡан йырҙың авторы – Гөлфиә Шакирова, уны 2019 йылда уҡ ижад иткән. Йырҙың яҙылыу тарихын белеү өсөн авторҙың үҙенә мөрәжәғәт иттек:
– Был текст шулай уҡ көҙ, кейек ҡаҙҙар киткән саҡта яҙылды. Сюжеты тормоштан алынды, һағыныу, юҡһыныу, яҡын кешеңде көтөү тураһында ул. Стиле ябай ғына, һүҙҙәре лә халыҡсан. Гүзәлиә уға музыка яҙҙы. Башта Филүс Ҡаһиров халыҡҡа алып сыҡты. Бына инде хәҙер Артур Хәсәнов та йырлай. Артурҙың йырлауы ла мәленә тура килде, шуға күрә халыҡ күңеленә үтеп инде.
Махсус операциялағы егеттәребеҙ ҙә нәҡ кейек ҡаҙҙар киткән осорҙа тыуған ояларын ҡалдырып, юлға ҡуҙғалды. Аллаһ Тәғәлә үҙҙәрен хәүеф-хәтәрҙән һаҡлап йөрөтһөн, ҡыр ҡаҙҙарылай, тыуған яҡҡа, яҡындары янына иҫән-һау килеш, һөйөнөс менән тиҙ арала ҡайтырға насип итһен. Донъяларыбыҙ, илдәребеҙ тыныс, имен булһын! Амин!
Кейек ҡаҙ юлдары
Гөлфиә Шакирова һүҙҙәре,
Гүзәлиә көйө.
Йәнем моңдар тулы,
Әйтер һүҙем ҡалды.
Бер мәлдә барыһы
Юғалды, юғалды.
Ҡайҙарҙа, ҡайҙарҙа,
Бөгөн һин ҡайҙарҙа?
Ҡайҙан эҙләйем һине,
Ҡояштан, айҙарҙан?
Ҡушымта:
Кейек ҡаҙ юлдары
Юғары, юғары.
Исемеңде ҡабатлап,
Һанайым йондоҙҙарҙы.
Үткәндән яуапты,
Беләмен, эҙләйһең.
Күп нәмә үҙгәрҙе,
Ник шуны һиҙмәйһең?
Мин башҡа, һин башҡа,
Теймә һин яҙмышҡа.
Күңелдәр оҡшаған
Яралы аҡҡошҡа.
Ҡушымта:
Кейек ҡаҙ юлдары
Юғары, юғары.
Исемеңде ҡабатлап,
Һанайым йондоҙҙарҙы.