Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 13:30

Лира Яҡшыбаева ни өсөн йырсы булмаған?

"Ҡулыңдан килгән эшеңде эшлә. Минең һымаҡ тауышың булмаған көйө йырсы булам тип тырышма икән..."

Лира Яҡшыбаева ни өсөн йырсы булмаған?
Лира Яҡшыбаева ни өсөн йырсы булмаған?

Яҙыусы Лира Яҡшыбаева – халҡыбыҙҙың арҙаҡлы дин әһелдәре, әүлиәләре, мәғрифәтселәре тураһындағы әҫәрҙәре менән күптән үҙ уҡыусыларын тапҡан әҙибә.

Ошо көндәрҙә Лира Әхмәт ҡыҙы социаль селтәрҙә ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә яҙма менән уртаҡлашты.

“Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, халыҡ ижадын яҡшы белә инем. Йәш саҡ. “Ирәндек” совхозында уҡытыусы булып эшләп йөрөйөм. Мине совхоздың фольклор түңәрәгенә етәксе итеп ҡуйҙылар. Йырларға яратам. Халыҡ йырҙарын яҡшы беләм. Бер фестивалгә әҙерләнәбеҙ. Мин баянсыға килдем дә: "Мин “Илсе Ғайса”ны йырлайым", - тинем. Был йырҙы ныҡ ярата инем. Баянсы: "Йә һуң, йырлап ҡара", - тине. Йырлап бөткәс: "Һинең тауышың сәхнәгә сығып йырларға бармай", - тине.

Ошо хәлдән үҙемә бер фәһем алдым. Йырсымы, рәссаммы, бейеүсеме, композитормы, ғалиммы һ.б. төрлө талант эйәһеме, һәләтте кешегә Аллаһ Тәғәлә үҙе тыумыштан тәғәйенләп бирә икән. Йырсы булам тип үҙең тырышыу менән йырсы булып булмай шул, йырсы булып тыуырға кәрәк.

...Әүлиәләр тураһында яҙыу өсөн дә, бәлки, мин тәғәйенләнгәнмендер. Үҙемә үҙем аптырап ҡуям. Берәй изгебеҙ хаҡында яҙырға кәрәк икән, мин Ер шарын урап сығырға әҙермен. Хажға барҙым, Бохара, Сәмәрҡәнд, Термез яҡтарына бер нисә рәт барҙым. Башҡортостандың мин булмаған төбәге һирәктер. Артабан йылдар буйы ултырып яҙыу, үҙнәшер менән сығарыу... Үҙем генә беләм.

Йәнә беләм, изгеләр тураһында мин үҙем яҙам тип әйтеүселәр булды. Яҙһындар. Күмәк кеше яҙһын, унан тик файҙа ғына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да яҙған кеше юҡ. Әйткәс, эшләргә кәрәк. Тауыҡтың тауығы, тауыҡбаш тиһәләр ҙә, йомортҡа һалғас ҡына ҡытҡылдай. Күргәнегеҙ бармы “мин йомортҡа һалам”, тип ҡытҡылдаған тауыҡты? Эшләнмәгән эш өсөн алдан маҡтаныу кәрәкмәй. Ҡулыңдан килгән эшеңде эшлә. Минең һымаҡ (ана алда яҙғанмын бит) тауышың булмаған көйө йырсы булам тип тырышма икән. Ә әүлиәләр тураһында яҙыу миңә тыумыштан бирелгәндер. Аллаһ Тәғәләмә рәхмәт ошо китаптарҙы яҙырға насип иткәне өсөн”, - тип яҙҙы Лира Яҡшыбаева.

Фото: Л. Яҡшыбаеваның шәхси архивынан.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас