Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 06:00

Ҡомартҡылар барланды, яңылары эшләнде

Әбйәлил районында "Һөнәрҙәр. Кәсептәр. Кейемдәр. Фольклор”  тип аталған семинар-практикум ойошторолдо.

Ҡомартҡылар барланды, яңылары эшләнде
Ҡомартҡылар барланды, яңылары эшләнде

Ошо көндәрҙә “Ҡомартҡы” Урал аръяғы башҡорттарының этник мәҙәниәте республика йәштәр форумына әҙерлек сиктәрендә Асҡар район мәҙәниәт йортонда “Һөнәрҙәр. Кәсептәр. Кейемдәр. Фольклор” семинар-практикумы ойошторолдо. Семинарҙа Әбйәлил район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнил Әсәҙуллин, республика Халыҡ ижады үҙәгенең фольклор  буйынса баш белгесе, “Селтәр” башҡорт халыҡ кейемдәре студияһы етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина һәм башҡалар ҡатнашты. Сарала шулай уҡ башҡа район вәкилдәре лә булды.

Төрлө майҙансыҡтарҙа оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Мәҫәлән, “Селтәр” башҡорт халыҡ кейемдәре студияһы оҫтаһы Айгөл Вәлиева маңлайса, һарауыс эшләргә өйрәтһә, Буранғолдан балаҫ һуғыу оҫтаһы Рәсилә Вәлиева  шәл һуғыу нескәлектәре менән таныштырҙы. Ишҡол ауылы китапханасыһы Руфина Ирғәлинанан буй балаҫ һуғырға өйрәнеүселәр ҙә күп булды.

Марс Сәйетғәлин үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән уҙғарған “Башҡорт фольклорында халыҡ уйындары”  практик дәресе менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күп булды.

Элек-электән Әбйәлил районы кейеҙ баҫыу оҫталары менән дан тота. Был юлы Рәхмәт ауылынан Әминә Әғзәмова, Лилиә Юнысова һәм Дәүләттән Нәзифә Солтанова был кәсепте өйрәнеүселәр менән берлектә "Ҡомартҡы” эмблемаһын төшөрөп матур кейеҙ баҫты.

“Селтәр” башҡорт халыҡ кейемдәре студияһы оҫтаһы Рәйсә Ҡотләхмәтова боронғоса шаршау тегеү оҫталығы менән бүлеште.

Был көндө Әбйәлилдең оҫта ҡатын-ҡыҙҙары ҡулдары менән етештерелгән кейеҙҙән баҫылған әйберҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәрен һатып алырға ла мөмкин ине.

Сараны Сиҙәм мәҙәниәт йортоноң “Дуҫлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәртле сығыштары биҙәне, Байым мәҙәниәт усағының Сәсәндәр мәктәбе ( етәксеһе – Марс Сәйетғәлин) “Ҡомартҡыны барлау” сәхнәләштерелгән тамашаһы һәр кемдең күңеленә хуш килде.

"Ҡомартҡы"нан һәр кем үҙенең күңеленә ниндәйҙер бер ҡомартҡы алып, боронғо кәсептәргә йөҙ бороп, үҙҙәре лә ниндәй булһа ла һөнәргә өйрәнеп, онотола барған кәсеп-шөғөлдәргә ҡарата күңелдәрендә ҡыҙыҡһыныу уятып, уларҙы эшләп ҡарарға дәрт итеп таралышты. Сарала ҡатнашыусылар ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе һәм артабан да бындай осрашыуҙарҙың кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Фото: abzelil-kultura.ru

Текст сығанағы: "Осҡон" гәзите

Ҡомартҡылар барланды, яңылары эшләнде
Ҡомартҡылар барланды, яңылары эшләнде
Ҡомартҡылар барланды, яңылары эшләнде
Ҡомартҡылар барланды, яңылары эшләнде
Ҡомартҡылар барланды, яңылары эшләнде
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: