Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 15:09

Опералағы кейемдәр генә лә ике тонна тарта!

Республикабыҙҙа мәҙәни тормош гөрләй. Кешеләр күңелдәренә рухи ял алырға килгән концерт, тамаша залдарында береһенән-береһе үҙенсәлекле, йөкмәткеле саралар уҙа, театрҙарында, шөкөр, премьералар булып тора. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйыласаҡ Николай Римский-Корсаковтың “Садко” операһын классик сәнғәт әҫәрҙәре менән эш иткән белгестәр, артистар, шулай уҡ юғары сәнғәт өлгөләрен үҙ иткән тамашасы дүрт күҙ менән көттө, тиһәң, һис арттырыу булмаҫ. Быйылғы ижади миҙгелдең ныҡ көтөлгән тамашаһы республиканың мәҙәни тормошондағы иң әһәмиәтле ваҡиға булды, шуға ла уны “Йыл премьераһы” тип билдәләү дөрөҫлөккә тап килә.

Новгород гусляры Садко тураһындағы былиналарға нигеҙләнгән, рус классика­һына ҡараған музыкаль әҫәр Башҡорт­ос­тан операһы сәхнәһендә беренсе тапҡыр ҡуйылды. Спектаклгә ижади төркөм тулыһынса йәлеп ителгән: театрҙың опера һәм балет труппалары, шулай уҡ хор. Ә тамаша барған саҡта сәхнәгә бер үк ваҡытта 200-ҙән ашыу кеше сыға! Шуға ла спектаклде әҙерләп сығарыусылар: “Әгәр ҙә опера һәм балет театры менән улай уҡ яҡшы таныш булмаған тамашасылар бар икән, улар “Садко”ны килеп ҡарап, шунда уҡ бөтәһе менән таныша ала”, – тип билдәләй, йәғни “Садко” – мәҙәни миҙгелдәге иң күләмле, иң сағыу, иң күмәк халыҡ ҡатнашҡан ижади ваҡиға.

Опера спектакле өҫтөндә, Өфө тама­шасыһына таныш булған ҡуйыусыларҙан тыш, Башҡортостандың Опера һәм балет театры өсөн яңы ижадсылар ҙа эшләгән. Әйтәйек, ҡуйыусы дирижер – К. С. Станиславский һәм В. И. Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү музыка театрының баш дирижеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Феликс Коробов. Ул Башҡортостан операһы артистары менән беренсе тапҡыр хеҙмәттәшлек иткән.

Ҡуйыусы режиссер – Рәсәйҙең атҡа­ҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов, ҡуйыусы рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иван Складчиков, ҡуйыусы хореограф – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ирина Филиппова, яҡтылыҡ буйынса рәссам – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирина Вторникова. Спектаклде әҙерләп сығарыусы төркөм уның классик өлгөһөнә хыянат итмәй, боронғолоҡто заманса хәл-ваҡиғаларға һәм костюмдарға күсермәйенсә генә ҡуйыуҙы өҫтөн күргән, һәм бының өсөн сифатлы сәхнә әҫәрҙәре яратҡан халыҡ уларға ихлас рәхмәт әйтә.

Башҡортостан сәхнәһендә ҡуйылған “Садко”ны Мәскәү һәм Санкт-Петербург театрҙарыныҡынан ҡырҡа айырып торған өлөшө лә бар – “Һыу аҫты батшалығы” тигән балет акты. Уны СССР-ҙың халыҡ артисы Маргарита Дроздова ҡуйған.

Тамашалағы сағыу кейемдәрҙе, деко­рацияларҙы, реквизиттарҙы Опера һәм балет театрының тегеү оҫтаханаһында әҙерләгәндәр. 400-гә яҡын костюмдың дөйөм ауырлығы ике тоннаға етә, һәр береһе иһә өс килограмдан ете килограмға ҡәҙәр тарта!

Береһенән-береһе талантлы сәхнә оҫталары ҡуйған һәм ҡатнашҡан “Садко” Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры­ның иң уңышлы проекттары исемлеген дауам итә.

Читайте нас: