Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 15:05

Рәмиҙең үлемһеҙ ижады

Үтеп барған йыл әҙәби мөхиттә иҫтәлекле ваҡиға – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу билдәһе менән барҙы. Ысын халыҡ һөйөүенә лайыҡ бөйөк әҙиптең ижадына ҡайтанан күҙ һалынды, хәтирәләр яңыртылды, кисәләр, осрашыуҙар, башҡа төрлө саралар үткәрелде, “Шағир көндәлеге” фильмының премьераһы булды. Башҡорт мөхите Рәми рухы менән һуғарылып, һәр кемдең күңеленә ауаздаш шиғыр юлдары булып яңғыраны.

Халыҡтың тоғро улына һөйөүенең бер сатҡыһы булыптыр, Рәми Ғари­повтың исеменә бәйле баҫмалар ҙа сауҙа кәштәләрендә оҙаҡ ятманы. “Китап” нәшриәтендә быйыл шағирҙың әҫәрҙәренән торған һәм уның тура­һында яҙылған бер нисә китап донъя күрҙе. Уларҙы ысын мәғәнәһендә “йыл китабы” тип атарға, ә шағирҙы “йыл авторы” тип билдәләргә була.

Башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителгән “Моя антология/ Минең антологиям” баҫмаһы – халыҡтар дуҫлығы китабы, тиергә мөмкин. Рәми Ғарипов, талантлы шағир булыу менән бергә, оҫта тәржемәсе лә булған. Ул донъя шиғриәтенә өлөш индергән күренекле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡорт уҡыусыһына бар матур­лығында етке­реү өсөн тиңдәшһеҙ өлгөләр ҡалдыр­ған. Әлеге антология уҡыусы­ларҙы донъя шиғриәте өлгөләре һәм Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары менән таныштыра. Шуның өсөн дә уны халыҡтар дуҫлығы китабы тиергә тулы ерлек бар.

Рус телендә донъя күргән “Шиғыр­ҙар һәм хаттар” китабына шағирҙың Башҡортостандың халыҡ шағиры А. Филиппов, Я. Серпин, Н. Старшинов, А. Решетов, Т. Волжина, И. Измайловский, В. Потемкина, Г. Молодцов, С. Чураева һәм башҡалар тәржемә­һендәге шиғырҙары, шулай уҡ ҡатыны Н. Ғариповаға яҙған хаттары ингән.

“Сыңрау торна” китабына арҙаҡлы әҙиптең төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары һәм поэмалары тупланған. Баҫма Рәми Ғариповтың 90 йыллығына ҡайтанан нәшер ителгән. Күренекле авторҙың шиғыр һәм поэмаларынан торған тағы бер йыйынтыҡ – “Йыр­ҙарыма ҡайтам”.

Рауил Бикбаевтың рус телендә донъя күргән “Рәми: шағир тураһында китап” (“Рами: книга о поэте”) баҫмаһы ла уҡыусылар араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған. Автор атаҡлы шиғыр оҫтаһының тормош юлы һәм ижады тураһында яҙғанда күп һанлы документтарға, эҙләнеүҙәргә нигеҙлән­гән. Рәми Ғариповтың бай әҙәби мираҫын ентекле өйрәнеү өлгөһө булып торған баҫманың ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуы ғәжәп түгел. Был китап әҙәбиәт һөйөүселәргә, Рәми Ғарипов ижадын үҙ күргәндәргә асыш та булғандыр, тиергә кәрәк.

Ғөмүмән, мәшһүр башҡорт шағиры­ның ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, уны өйрәнергә теләү хистәре юбилей йылында айырыуса тәрәнәйҙе, ғәжәйеп һүҙ, тел оҫтаһының әҙәби мираҫына яҡынайғандар һанын арттырҙы. Китаптарын алып уҡыусыларҙың артыуы ла ошоға дәлил булып тора.

Читайте нас: