Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 14:52

Яугирҙәргә хөрмәт йөҙөнән

Р. Мусина фотоһы.
Фото:Р. Мусина фотоһы.

Республика көнөндә Өфө ҡалаһының Совет майҙанында халҡыбыҙҙың мәшһүр улы – Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы ҙур тарихи ваҡиға булды. Уны “Йыл һәйкәле” тип таныйбыҙ.

Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса ҡуйылды. Ул һәйкәлдең төҙөлөшөн эш башланған тәүге көндән алып асҡанға тиклем контролдә тота.

– Юридик факультетта уҡыған саҡта дәрестәрҙе ҡалдырмай торғайным, хәҙер иһә көн дә эштән Совет майҙанына йүгерәм. Бында мин генерал Шайморатов һәйкәлен төҙөү барышын ҡарарға киләм.

Һәйкәл ҡуйыу – тарихи ваҡиға. Беҙ, бе­ренсенән, дивизия командирының исемен мәң­ге­ләштереп, Башҡортостан улдары – бөтә яугирҙәргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәбеҙ, икен­сенән, Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биргән ил Президентына хөрмәтебеҙҙе белдерә­беҙ, – тип фекерен уртаҡлашты Радий Хәбиров төҙөлөш барышы ваҡытында.

Тарихта билдәле булыуынса, Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын һуғышҡа оҙатыуға арналған тәүге сара үткән – 1942 йылдың мартында Миңле­ғәле Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙәрҙең фронтҡа барырға әҙерлеге тураһында тантаналы рәүештә белдергән. Шуға ла башҡорт батырының һынын мәңгеләштереү ғәҙел ҡарар булып тора.

Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков менән Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузовтан тыш, мемориаль комплексты эшләүгә художество эксперттары, һәйкәлде ҡойоусылар, гранит эшкәртеүселәр, тарихсылар ҙа йәлеп ителә.

Композиция башҡорт гранитынан эшләнгән. Дөйөм ҙурлығы – 62х29 метр, бейеклеге – 15 метр. Колоннада 24 колоннанан һәм алты ярымтүңәрәк пилястранан тора. Ансамблгә бөтәһе 40 тоннанан ашыу бронза тотонолған. Композицияны Мәскәүҙең һәм Мәскәү өлкәһенең өс предприятиеһында ҡойғандар. Өфөгә һәйкәлде бер нисә өлөшкә бүлеп алып килеп, урында йыйғандар. Ул Европалағы, Мәскәүҙәге, Петербургтағы ябай ат статуяларынан ҙурыраҡ.

Шулай уҡ һәйкәл янында ике сквер һәм фонтан барлыҡҡа килде. Хәҙер Совет майҙанында Рәсәй кимәлендәге заманса архитектура, унда йәйен – фонтан, ҡышын һырғалаҡ була. Совет майҙанындағы легендар куранттар көн һайын төш мәлендә “Шайморатов генерал” көйөн уйнай. Был майҙан күптәр өсөн яратҡан урынға әйләнде, унан туристар ҙа өҙөлмәй.

Читайте нас: