Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Декабрь 2022, 11:00

Әҙәби мираҫын өйрәнәйек һәм һаҡлайыҡ

Башҡорт әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, ғалим Әнүр Вахитовтың тыуыуына 90 йыл тулды.

Әҙәби мираҫын өйрәнәйек һәм һаҡлайыҡ
Әҙәби мираҫын өйрәнәйек һәм һаҡлайыҡ

Өфөләге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында үткән быуаттың икенсе яртыһында башҡорт әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, филология фәндәре кандидаты Әнүр Вахитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған ҙур булмаған, әммә бик йөкмәткеле сара уҙҙы. 

Был донъянан бик иртә киткән Әнүр Хисмәт улының балалары Шәүрә һәм Салауат Вахитовтар, уның ике туған ҡустылары - билдәле яҙыусы һәм журналистар Әмир һәм Марат Әминевтәр, талантлы әҙәбиәтсе-ғалим менән 70-80-се йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бергә эшләгән әҙәбиәт белгестәре Ғ.С. Ҡунафин, Ә.Х. Вилданов, М.Х. Нәҙерғолов, Ғ.М. Бүләкова, шағирә Лариса Абдуллина, шулай уҡ Әнүр ағайҙың тыуған Ғафури районынан килгән яҡташтары ҡатнашлығында үткән был сара Салауат Вахитовтың "Шәжәрә" фильмын ҡарау менән башланып китте. Артабан һүҙ алыусылар Әнүр Вахитовтың милли әҙәбиәтебеҙ һәм әҙәбиәт ғилеме үҫешенә индергән өлөшө тураһында һүҙ алып барҙы, уның тураһындағы йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Сара һуңында талантлы ғалим-яҙыусының ғилми һәм әҙәби мираҫын өйрәнеү, уны халыҡҡа ҡайтарыу йәһәтенән башҡарыла торған саралар хаҡында етди һөйләшеү булды. Сараны Милли китапхана хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәсимә Туҡаева ойошторҙо.

Фото һәм яҙма: Ғәҙилә Бүләкова.

Әҙәби мираҫын өйрәнәйек һәм һаҡлайыҡ
Әҙәби мираҫын өйрәнәйек һәм һаҡлайыҡ
Әҙәби мираҫын өйрәнәйек һәм һаҡлайыҡ
Әҙәби мираҫын өйрәнәйек һәм һаҡлайыҡ
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: