Бына Асҡын районының Ҡашҡа ауылында ла шундайыраҡ бейеү дәрестәре үтә икән. Был турала беҙгә Дилара Әхмәҙишина яҙып ебәргән.
"Балаларға өгөт-нәсихәт кенә биреп ултырғансы, улар менән бергә ҡыҙыҡлы саралар уҙғарыуҙың тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Асҡын районының Ҡашҡа ауылында уҡыусыларҙың ялын ойоштороу, уларҙың ташып торған дәртен яҡшы эштәргә йүнәлтеү маҡсатында ойошторолған заманса хореография дәрестәре бик күңелле үтә. Ҡыҙҙарға һәм егеттәргә бейеү серҙәрен Фирүзә Ғәйнанова төшөндөрә.
Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәндәй, бейеү физик һәм күңел торошон яҡшырта, тырышып уҡырға көс бирә. Айыҡлыҡ, иман юлын һайлаған Ҡашҡа ауылынан танылған бейеүселәр ҙә сығыр әле!" - тигән һүҙҙәр бар унда.
Афарин, уҡыусылар! Бейеү һаулыҡты ла нығыта, үҙеңдә ышаныс тойғоһо ла барлыҡҡа килтерә, көн буйына етерлек көс-дәрт тә бирә.
Фото: Д. Әхмәҙишина.