Яңы йыл алдынан Ҡыш бабайҙың бүләктәре мул була. Кисә Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа кинозал асыу тантанаһы үтте.
1991 йылда сафҡа ингән Малик Яҡшымбәтов исемендәге кинотеатр, ниһайәт, үҙенең төп тәғәйенләнеше буйынса эш башланы. Кинозалда ҙур экранда фильмдар күрһәтелә башланы. Ғаилә менән ял итеү, ваҡытты файҙалы уҙғарыу өсөн бик ҡулай, уңайлы.
Әйткәндәй, Яңы йыл каникулы осоронда, 1-8 ғинуарҙа, бында көнөнә икешәр сеанс кино күрһәтеү планлаштырыла.
Яңы кинозалдың исеме лә бик үҙенсәлекле: "Алмастау" тип атала ул.
Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.