Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Декабрь 2022, 07:00

Һин кемгә бурыслы?

“Бер кем дә берәүгә лә бер нимә лә тейеш түгел!” тигән һүҙ менән ризаһыңмы?

Һин кемгә бурыслы?
Һин кемгә бурыслы?

Ҡайҙан барлыҡҡа килгән ул ошо һүҙ: “Бер кем дә берәүгә лә бер нимә лә тейеш түгел!” Был төптө дөрөҫ түгел!
Йәмғиәттә йәшәгәс, теләйһеңме-юҡмы, башҡа кешеләр менән ниндәйҙер мөнәсәбәттәр ҡораһың. Тимәк, кемгәлер нимәлер эшләргә тейеш булаһың. Сөнки һин кемделер нимәгәлер өмөтләндергәнһең, вәғәҙә биргәнһең, һүҙең йә мисәтең менән нығытҡанһың. Һин кешене тормошоңа индергәнһең, йә үҙең ингәнһең – шуның менән генә лә үҙеңә ниндәйҙер бурыстар алғанһың. Уның алдында, үҙең алдында бурыстар! Уларҙы үтәү — хәҙер намыҫ эше!

Үҙеңде альпинист итеп күҙ алдына килтер. Һинең менән бер бауҙа булған кешегә: “Эй, дуҫ, мин арыным, ялҡтым, һине ысҡындырам – мин һиңә бурыслы түгел!” - тип ҡысҡыра алаһыңмы?

Бурыслы шул! Беҙ балаларыбыҙға бурыслы – улар беҙҙән һорап тыумаған. Беҙ атай-әсәйҙәребеҙгә бурыслы, ошо донъяла йәшәргә мөмкинлек биргәндәре өсөн. Дуҫтарға дуҫ булғаныбыҙ өсөн бурыслы. “Яратам” тип әйткән кешебеҙгә бурыслыбыҙ, улай тип әйтмәгәндә лә, беҙ уның менән мөнәсәбәткә ингәнбеҙ. Ә ирекле мөнәсәбәттәр булмай. Ул һүҙ тик яуаплылыҡ тойғоһонан мәхрүм әҙәмдәр өсөн. Һин минең әхирәт икән, мин һиңә бәлә килгәндә поезд аҫтына ташланмауың өсөн яуаплы тигән һүҙ. “Миңә бәләңде һалма, үҙ хәсрәтем башымдан ашҡан”, – тип әйтә алмайбыҙ.

“Бер кем дә берәүгә лә бер нимә лә тейеш түгел” тигән һүҙҙәр мөнәсәбәттәрҙе емереүгә килтерә. Дуҫ урынына – психолог, мөхәббәт урынына – секс, әңгәмәсе урынына – интернет.

Бер кем дә берәүгә лә тейешле булмағанда йәшәүе еңелерәк кеүек. Ни тиһәң дә, яуаплылыҡ күңел хеҙмәтен, йөрәк йылыһын талап итә шул. Кемде эйәләткәнбеҙ – шуның өсөн яуаплыбыҙ.

Анна Кирьянова.
Тәржемә: Рәхимә Мусина.

Фото: "Зөһрә йондоҙ" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: