Кисә кис талантлы актёр, билдәле драматург Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткән хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә булдым.
Ғөмүмән, үҙем ҡасандыр үтә хөрмәт иткән, ижадтарын ныҡ яратҡан һәм заманында уларҙың ижад биографиялары менән даими танышып барған әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәренә - Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән талант эйәләренә арналған сараларҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам. Ысынлап та, беҙҙең йәшлек йылдары, студент саҡтар Илшат Йомағолов ижадының күкрәп сәскә атҡан осорона тура килгәндер, тием. Үткән быуаттың 60-70-се йылдарында Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған күп кенә спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарҙы ул. Уның башҡарыуында Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр" повесы буйынса ҡуйылған шул исемдәге спектаклдә Фәхри, Азат Абдуллиндың "Ташлама мине, ҡояш!"ында Сергей Чекмарев, "Ун өсөнсө председатель" драмаһында райком секретары Байымов, төрөк яҙыусыһы Назым Хикмәттең "Онотолған әҙәм"ендә Доктор, Мостай Кәримдең "Ташлама утты, Прометей!"ында Прометей һәм башҡа бик күп тетрәндергес ролдәрҙе яратып ҡабул иттек. Ғөмүмән, беҙ, совет осоро йәштәре, театрға, хәҙер ҡайһы берәүҙәр интернетта яҙып ҡуйғандарынса, Фидан Сафичты ғына ҡарарға йөрөмәнек. Беҙҙең быуынға Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Илшат Йомағолов һымаҡ иҫ киткес талантлы, ысын мәғәнәһендә титаник сәхнә оҫталарының уйнауын ҡарарға насип булды, Аллаға шөкөр! Беҙ шуның менән дә бәхетле булдыҡ ул замандарҙа...
Бер һүҙ менән әйткәндә, сәхнә кумирҙарымдың береһе булған Илшат Йомағоловҡа арнап бик йылы һәм ихлас шарттарҙа үткәрелгән хәтер кисәһендә тағы ла бер тапҡыр студент, йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтып, шул дәүерҙә Илшат Йомағолов уйнаған спектаклдәрҙе, ул яҙған драма әҫәрҙәрен (ә ул - "Нәркәс", "Семәрле тәхет" тигән трагедиялар, "Юғалтыуҙар аша", "Торналар ҡайта", "Буш сәңгелдәк" исемле башҡорт драматургияһының үҫешенә тос өлөш индергән бына тигән драмалар авторы ла) иҫкә төшөрөп, уларҙан өҙөктәр ҡарап, йөрәк аша ҡабат үткәреп ултырҙым. Ҡолағымда әле лә уның "Мин ҡайтырмын һеҙгә, кешеләрем!" тигән һүҙҙәре яңғырап торған һымаҡ. Ысынында иһә бындай титаник шәхестәр беҙҙе, кешеләрҙе, ташлап китмәйҙер ҙә әле ул... Китә алмайҙыр тигән уйҙарға һалды мине кисә кис театрҙа үткән кисә.
Ғәҙилә БҮЛӘКОВА,
филология фәндәре кандидаты.
Автор фотолары.