Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә шағир, телсе, әҙәбиәт белгесе, фольклорсы Ғабдулла Амантайҙың (Ғабдулла Сәхипгәрәй улы Амантаев, 1907 - 1938) тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған "түңәрәк өҫтәл" үткәрҙе. Сараның модераторы булып филология фәндәре кандидаты, доцент, ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов сығыш яһаны.
Филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенованың сығышы Ғ. Амантайҙың биографияһына, ижади мираҫына арналды. Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре Әхәт Сәлихов ғалимдың Башҡортостандың милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты директоры вазифаһындағы эшмәкәрлегенә ентекләберәк туҡталды. Филология фәндәре кандидаты, учреждениеның ғилми хеҙмәткәре Рәшит Аҡкөбәковтың билдәһеҙ архив материалдарына нигеҙләнгән доклады Ғ. Амантайҙың тормошо һәм эшмәкәрлегенең аҙ билдәле биттәрен асты. Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегенең ғилми хеҙмәткәре Ислам Байғужин баҫмаларҙың коллекцияларын булдырыу тураһында һөйләне һәм Ғ. Амантайҙың айырым хеҙмәттәренә туҡталды.
Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Сығанаҡ: www.bashnl.ru/novosti/21712/