Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Декабрь 2022, 18:32

Диктор Тайфа

Бөгөн яңы гәзит килде. Районыбыҙҙың “Торатау” баҫмаһы. Был һанында газһыҙ ғына, бәләкәй генә, инде йәшәр кешеләре лә ҡалмаған тиерлек Иҫәкәй тигән ауылда 100 йәшкә етеп килгән минең әсәкәйем ҡайһылай даһи кешегә әйләнеп, бер тигән итеп, ғүмер баҡый алдырып уҡыған      "Торатау"ын ҡосаҡлап ултыра. Әсәйем тураһында гәзиттә баҫҡандар.

Ошо хәлгә бәйле күңел ынйы­ларым һис һүрелерлек түгел. Бер мәл (йәл, ҡасан икәне  аныҡ ҡына иҫемдә ҡалмаған) гәзит отторған бүләккә – футболкаға лайыҡ булғайны. Әсәм уны редакцияға үҙ аяҡтары менән барып алып ҡайтты. Унда атай иҫән ине әле.  Гәзиттә баҫылған бүләкләнеүселәр араһында үҙенең исем-шәрифен дә күреү ҙур шатлыҡ булды үҙенә! Әйтерһең дә, Гиннесс китабына эләккән! Эй яратып кейҙе шул бүләкте атайым. Ниндәйҙер бер эске ғорурлыҡ менән кейер ине. Беҙгә хәл белергә ингән һәр кемгә   "Торатау" – шәп гәзит, һәр кемгә ошондай бүләк таратып ята, тик яҙылырға ғына кәрәк", – тиер ине.  Агитация эшен алып барыр ине, сөнки теле йомшаҡ, татлы булды. Матбуғатҡа  яҙылмаған кешеләр, һис шикһеҙ, гәзитле булып ултырғандыр тим уның өгөтөнән һуң! “Торатау” әсә­йемдең ғүмер баҡый өҫтәл гәзите булды. Нисәнсе йыл булғандыр, киске автобуста, ҡыш­ҡы каникулға ҡайтып индем. Мәк­тәптә эшләп йөрөгән сағым. Ҡара­һам, әсәйем, лупалы күҙлеген кейеп алып, ғәҙәтенсә, ҡысҡырып гәзит уҡып ултыра. Өйҙә берәү ҙә юҡ. Күстә­нәс­тәремде өҫтәлгә  теҙеп һалдым. Түрбашта йөрөйөм. Сәй ҡуйҙым.

Өйҙә – йән рәхәте! Яңы ғына мейес булған. Йүшкә тығылған. Ал­дына ҡыҙған күмер өйөп,  бәрәң­ге бешерергә ҡуйған. Телеңде йо­торлоҡ тәмле еҫе бөтә өйгә тарал­ған. Ошо еҫте мәңге еҫкәргә әҙер­мен! Әсәм ҡулдары бешергән  мейес бәрәңгеһе донъялағы иң ҡим­мәтле ризыҡтарҙан да татлыраҡ ул!

Миңә  официанттары йүгерешеп йөрөгән бер ниндәй ресторандар ҙа, кафелар ҙа кәрәкмәй. Миңә  ҡәҙерле әсәкәйем генә кәрәк! Уны йәшәткән донъя кәрәк! Арҡамды мейескә терәп, шым ғына ғәзиз кешемде күҙәтәм.

Ниһайәт, иғтибар итте әсәм. Күҙлегенең өҫтөнән генә миңә ҡараш ташланы ла, ”ҡамасаулама әле” тигәндәй, уҡыуын артабан дауам итте. Әйтерһең дә, мөһим документтарҙы уҡығандан һуң, Думалағы депутаттар уларҙы ҡабул итеп ултырамыни?!. Гәзит, ниһайәт, уҡылып бөттө. Энәһенән-ебенә тиклем. Һауа торошо менән дә танышып өлгөрҙөк. Хатта ҡотлауҙарҙы теүәл итеп уҡып, адресаттарына еткерҙек. Инде һәтте-юҡ арыған, әммә гәзит уҡыуынан ҡыуаныс табып, беҙҙең бәләкәй генә Иҫәкәйебеҙҙең генә түгел, ә бар донъяла үҙен бәхетле кешегә һынаған әсәйемә ҡарап:

 – Ҡәҙерле радио тыңлаусылар! Һеҙ Ишембай районы яңылыҡтары менән таныштығыҙ! Уны диктор Тайфа Шәмсетдинова уҡыны! – тинем.

Әсәйем бер аҙ ултырғандан һуң, башына шаярыуым барып етте шикелле, әллә ялға ҡайты­уымды яңы күреп ҡалды, рәхәт­ләнеп көлөп ебәрҙе лә, ҡосағын йәйеп, йылмайып, ҡаршыма атланы...

- Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА

Читайте нас: