Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылға һынлы сәнғәт һәм сәнғәт ғилеме өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Конкурсҡа ярашлы һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса наградаға түбәндәгеләр лайыҡ булды:
– "Живопись" номинацияһында – Башҡортостандың халыҡ рәссамы Иван Фартуков;
– "графика" номинацияһында – республиканың атҡаҙанған рәссамы, Өфөнөң 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Борис Самосюк;
– "скульптура" номинацияһында – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты доценты Рөстәм Хәсәнов;
– "биҙәү-ҡулланма сәнғәте" номинацияһында – Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы Александра Елхина;
– "сәнғәт ғилеме" номинацияһында – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының ғилми эш буйынса директор урынбаҫары Светлана Игнатенко.
Белешмә. Һынлы сәнғәт һәм сәнғәт ғилеме өлкәһендә Михаил Васильевич Нестеров исемендәге дәүләт премияһы 2017 йылда Башҡортостан Башлығы указына ярашлы булдырылды. Ике йылға бер күренекле һынлы сәнғәт әҫәрҙәре ижад иткән, шулай уҡ сәнғәт теорияһы һәм тарихы өлкәһендәге тикшеренеүҙәр, сәнғәт тәнҡите өсөн бирелә.
Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru