Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районының Казанка ауылынан моңло тауышлы Алмас Хөсәйенов һәм Сибайҙан бер төркөм һәүәҫкәр йырсы Беренсе каналдағы "Поем на кухне всей страной" шоуында ҡатнашҡан ине. Улар унда "Сибай" халыҡ йырын һәм "Не для меня" рус романсын бик оҫта башҡарҙы, әммә улар финалға үтмәне. Шулай ҙа йырсы ғаиләне Яңы йыл сығарылышына төшөргә саҡырғандар ине.
Алмастың әсәһе Айһылыу Салауат ҡыҙы әйтеүенсә, был юлы улар конкурсҡа түгел, ә бөтә ҡатнашыусылар менән дә аралашыу мөмкинлеге булған тапшырыуға барған. Тапшырыуға бик күп тамашасыларҙың һөйөүен яулаған финалсылар һәм иң сағыу командалар саҡырылған.
-Тапшырыуҙы ретро стилендә ойошторҙоҡ, ҡатнашыусылар тейешле йырҙар әҙерләне. Беҙ Бабаджаняндың «Һинең эҙҙәрең» тигән романсын йырланыҡ. Алып барыусы Валдис Пельш жюри ҡарары менән тамашасыларҙың риза булмауы буйынса беҙҙе чемпион тип иғлан итте. Баҡтиһәң, беҙҙең команданың конкурста, финалға үтмәүе айҡанлы жюриҙың ғәҙел ҡарар сығармауы тураһында бик күп шылтыратыуҙар һәм баһаламалар булған икән. Был беҙҙе шатландырҙы, әлбиттә.
Беҙ туған телдә сәләмләү һәм Яңы йыл менән ҡотлау һүҙҙәрен әҙерләнек. Яңы йыл тосы ла башҡортса яңғыраны.
Барыһы ла Яңы йыл ризыҡтарын тәҡдим итте. Беҙ иһә бишбармаҡ, ҡаҙы, тултырма әҙерләнек. Һәм, әлбиттә, ниндәй бишбармаҡ ҡоротһоҙ булһын инде?!. Тағы ла башҡорт балы, талҡан, сәк-сәк, бауырһаҡ. Эсемлектәрҙән ҡымыҙ килтерҙек, уны беҙ Баймаҡ районынан фермер Кәримовтан алдыҡ. Ҡымыҙ өсөн беҙ уға ныҡ рәхмәтлебеҙ һәм ысын күңелдән һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Йолаларҙы тергеҙеү - бик изге эш, һәм, мөмкинлектән файҙаланып, һәммәһенә лә улар әҙерләгән «Ирәндек» этнотурын ҡарарға кәңәш итәм. Тәбиғәтебеҙ:ең матурлығы, саф һауа һәм милли аш-һыуыбыҙ- тап уларҙың "Ирәндек" этнотурында күрергә мөмкин.
Федераль каналда барыһы ла ҡәнәғәтләнеп ҡымыҙҙан ауыҙ итте. Ҡоротто нисек эшләүҙәре менән ҡыҙыҡһындылар. Тултырма менән ҡаҙы баш ҡала ҡунаҡтарына һәм мәскәүҙәргә бик оҡшаны. Беҙгә Михаил Боярский менән бер өҫтәл артында ултырыу бәхете тейҙе. Беҙ экранда күргән кеүек, ул һаман да мөләйем, һөйкөмлө, матур. Өҫтәл артында бик тыйнаҡ ҡына ултырҙы һәм барыһы менән дә ихлас аралашты. Ғөмүмән, был матур кис, иҫ киткес сара булды, - ти Айһылыу Салауат ҡыҙы.
Әммә, конкурста ҡатнашыусыларҙың бер аҙ күңелдәре лә кителгән.
"Был хаҡта өндәшмәҫкә лә мөмкин, шулай ҙа кәрәктер, моғайын. Башҡалар өсөн киләсәккә һабаҡ рәүешендә... Сарала ҡатнашыусылар менән аралашҡанда улар төбәктәрҙә уларға ниндәй иғтибар бүлеүҙәре хаҡында һөйләне. Уларҙы ҡайҙа ғына саҡырмағандар һәм уларҙың барыһы ла үҙҙәренең өлкәһе йәки республикаһы өсөн ғорурлыҡ тойғоһона әүерелгән. Ниск кенә булмаһын Рәсәйҙең төп каналы... Хатта уларҙы урындағы төрлө премияларға тәҡдим иткәндәр. Тапшырыу барышында күптәр үҙ ҡалалары исеменән бүләктәр тапшырҙы. Беҙгә республикабыҙ өсөн бер аҙ үкенесле булды. Беҙ иһә барыһын да үҙ көсөбөҙ менән генә эшләнек. Бер ниндәй иғтибарһыҙ, ситтән ярҙамһыҙ. Үҙебеҙ бөтәһен дә табырға, милли аш-һыу әҙерләргә тырыштыҡ. Ошонда уҡ, Мәскәүҙә, бишбармаҡ бешерҙек. Нисек кенә булмаһын, үҙ төбәгебеҙҙе, ҡалабыҙҙы лайыҡлы күрһәтергә тырыштыҡ. Барыһы ла яҡшы килеп сыҡҡандыр тип ышанам".
Тиҙҙән йәш йырсы Алмас Хөсәйеновтың һәм уның командаһының сығыштарын Беренсе каналда ишетәсәкбеҙ әле.
Фото: "Сибайский рабочий"