Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда һәм Татарстанда яҙыусы Зифа Ҡадированың исеме популяр булып китте. Күп китаптары ике республикала нәшер ителде, повестары журналдарҙа баҫылды, әҫәрҙәре театрҙарҙа сәхнәләштерелде. Был авторҙың ижады менән яҡшы танышмын, тип әйтә алмайым, әммә “Ағиҙел” журналында баҫылған бер нисә повесын уҡыным, йәшкәҙәп тә алдым.
Әҙибә мелодрама жанрын яҡшы үҙләштергән, әҫәрҙәренең сюжеты уғата ҡыҙыҡлы, геройҙарының яҙмышы мауыҡтырғыс. Улар менән ни булыр, тарихы нисек осланыр икән, тип повесты тулыһынса уҡып сыҡҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Повестарына тәрбиәүи, әхлаҡи темаларға ҡағылған изге, ыңғай фәлсәфә лә һалынған. Ҡыҫҡаһы, З. Ҡадированың әҫәрҙәре бөтә яҡтан кәрәкле, файҙалы, уларҙың уҡымлылығы тиккә түгел.
Яҙыусының сәхнәләштерелгән әҫәрҙәрен миңә әлегә тиклем ҡарарға тура килмәне. Ни өсөн? Сөнки мелодрама жанрына ярашлы рәүештә, күҙ йәшен һығып сығара торған спектаклдәрҙә ҡыҙығып ҡарарлыҡ, артистарҙың бар һәләтен асҡан образдар булмай. Уларҙа ярылып ятҡан ике тип характер күрһәтелә: ауыр яҙмышҡа тулыһынса буйһонған, уны үҙгәртер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмаған, көрәшмәгән изге, көсһөҙ кеше (ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ образы, сөнки ир-аттың ундай булыуын күҙ алдына килтереүе бик ауыр) һәм уны кәмһеткән, мыҫҡыллаған бик яуыз, ҡан эскес әҙәм йәки әҙәмдәр булырға тейеш. Ни тиһәң дә, халыҡ мелодрама жанрын бик ярата, сөнки кешеләр, Әнғәм Атнабаев әйткәнсә, спектаклде көлкөлө йәки ҡыҙғаныс булһа ғына ҡыҙыҡһынып ҡарай. Тик режиссерҙар фәлсәфәһеҙ йәки бер ҡатлы фәлсәфәгә ҡоролған әҫәрҙәрҙе ҡуйырға, ә артистар үҙҙәренең һәләтен төрлө яҡтан күрһәтә алмаған образдарҙы уйнарға ашҡынып бармай.
Шулай ҙа мин бик хөрмәт иткән режиссер Илдар Вәлиев тә был жанрға тотонғас, спектаклгә барырға ҡарар иттем. Повесть буйынса Өфөнөң “Нур” драма театрының әҙәби бүлеге етәксеһе Гөлнур Усманова инсценировка яҙған. Ул бик уңышлы килеп сыҡҡан. Бер үк нәмәне сәйнәүгә ҡоролған ялыҡтырғыс күренештәр юҡ тиерлек. Әҫәрҙе башынан аҙағынаса ҡыҙыҡһынып ҡарайһың. Әлбиттә, бында режиссерҙың ҡаты ҡулы тейеүе ныҡ һиҙелә, яҙманы ҡыҫҡартыуы тойола. Әҫәрҙең сюжеты үҫешен бейеүҙәр ярҙамында, бер ниндәй һүҙһеҙ бик отошло һәм аңлайышлы итеп күрһәтеүгә өлгәшкән. Шулай итеп, прозаға хас оҙонлоҡтар, ялыҡтырғыс аңлатыуҙарҙан ҡотолған. Әҫәр билдәле актриса, Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Миңнинур Сәйетова-Ғиззәтуллинаның юбилейы айҡанлы сәхнәләштерелгән.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, спектакль ҡыуандырҙы. Бының бер сәбәбе – әҫәрҙә режиссер Илдар Вәлиевкә хас матур һыҙаттарҙы күрәһең. Артистарҙың шаштырып уйнауы, кире образдарҙы төрлөсә йәмһеҙ ҡыланып, тағы ла насар итеп күрһәтеү, көлдөрөргә тырышыу юҡ. Бөтә геройҙар тәбиғи, уларҙы һынландырған артистарҙың уйыны тормошсан. Әҫәрҙә билдәле әхлаҡи-этик төшөнсәләргә фәлсәфәүи аңлатмалар бирергә маташыусы оҙон, ялыҡтырғыс монологтар юҡ кимәлендә. Шуға ла спектакль бер тынала, ҡыҙыҡһынып ҡарала. Әлбиттә, мелодрамаға кәрәккәнсә, тамаша төп героиняны йәлләп күҙ йәше түгергә лә мәжбүр итте. Был әҫәргә ҡағылышлы матур фекер халыҡ араһында, һис шикһеҙ, тиҙ тараласаҡ. Премьера мәлендә зал шығырым тулы булды, киләсәктә лә, иманым камил, уға “йығылып ятып” йөрөйәсәктәр һәм әҫәр оҙон ғүмерле буласаҡ. Шуға күрә повесть авторы Зифа Ҡадированы, инсценировкалаусы Гөлнур Усманованы, режиссер Илдар Вәлиевте, спектаклдә уйнаған артистарҙы һәм, әлбиттә, театрҙы, уның етәкселәрен уңышлы эш менән ҡотларға ғына ҡала. Коллектив яңы 2023 йыл алдынан тамашасыларға бик ҡыҙыҡлы әҫәр бүләк итте.
Хәҙер артистарҙың уйыны хаҡында бер-ике һүҙ әйтке килә. Үрҙә хәбәр итеүемсә, әҫәрҙең үҙендә образды тулыһынса һәм төрлө яҡтан асырлыҡ, үҫештә бирелгән образдар юҡ, тиерлек. Мәҫәлән, төп героиня, һәр ваҡыт сәхнәлә булыуына ҡарамай, үҙен кәмһетеүсе көстәргә, ауыр яҙмышына ҡаршы тороу өсөн бер ни эшләмәй, барыһын ризалыҡ менән, тауыш-тынһыҙ ҡабул итә. Ошо арҡала беҙ Миңнинур Сәйетова уйнаған героиняны ныҡ йәлләйбеҙ, күҙ йәше түгәбеҙ. Өҫтәге сәбәп актрисаға бар талантын күрһәтергә форсат бирмәне, әммә барыбер тамашасы актрисаның уйынын яратты, ижадына мөкиббән булды. Әҫәрҙең уңышлы килеп сығыуының төп сәбәбе, минеңсә, тап артистарҙың һәйбәт уйнауына бәйле лә.
Спектаклдә монологтар байтаҡ булһа ла, улар бик кәрәкле, сөнки тәүге сәхнәләрҙә аңлайышһыҙ кеүек, хатта кире һыҙаттары менән бирелгән геройҙар ошо монологтар арҡаһында ҡапыл һәм көтөлмәгәнсә, бөтөнләй икенсе төрлө асылып китә. Был йәһәттән артистар Айрат Фәтихов, Фина Вәлиева, Дамира Сәйетова һәм башҡаларҙың образдары хаҡында әйтергә кәрәк. Бында сәхнә оҫталарының уңышлы уйыны хаҡында ла, режиссерҙың отошло табышы тураһында ла оҙон-оҙаҡ итеп һөйләргә мөмкин ине, ләкин мин бер фекер әйтеү менән сикләнергә булдым. Монологтар һис тә ялыҡтырмай, улар көслө психологик көсөргәнеш менән һуғарылған, был урындар артистарға геройын аҡларға, уны үҫештә күрһәтергә мөмкинлек тыуҙыра. Ундай образдарҙы уйнау ҙа профессиональ талапҡа тап килә, артистың да, тамашасының да күңелендә ҡәнәғәтлек тойғоһо уята.
Ҡайһы бер образдар сюжетты үҫтереүсе, уның боролоштарын тамашасыға еткереүсе ролен үтәне, уларҙың хикәйәте ҡыҙыҡлы һәм күп нәмәне төшөндөрә. Ғәҙәттә, спектаклдең ошо урыны күңелһеҙ, оҙон һәм ялҡытҡыс була, әммә был тамашала хикәйәттәрҙең ҡыҙыҡлы килеп сығыуы артистарҙың уңышлы уйнауына бәйле. Был ауыр йөкләмәне Айрат Фәтихов, Айнур Баянов, Дамира Сәйетова мауыҡтырғыс итеп күрһәтеүгә өлгәште.
Спектаклдең төп героиняһына әйләнеп ҡайтып, тағы шуны әйтке килә. Әлбиттә, Миңнинур Сәйетова-Ғиззәтуллинаға үҙенә ҡаршы көстәргә ҡаршы көрәшмәгән, бөтәһенә лә тауыш-тынһыҙ риза булып торған образды уйнауы бик еңелдән булмағандыр. Хатта беҙҙең, тамашасыларҙың, күп урында Зөһрәне кәмһетеүселәрҙе ҡаты итеп туҡтатҡыбыҙ, урынына ултыртҡыбыҙ килә. Тик, жанр талабына ярашлы, героиня түҙә, өндәшмәй. Һәм ошо уйнау өсөн ауыр булған урындарҙы актриса бик отошло итеп бирә. Уларҙағы ҡайғырыу хисен күрһәтергә теләп, актриса үрһәләнмәй, яһалма ҡыланмай, шуның менән ул тамашасыға тағы ла яҡыныраҡ. Сәйетова-Ғиззәтуллинаның уйынын яраттылар, һәләте менән һоҡландылар. Һис шикһеҙ, алда әйткәнемсә, был спектаклдән һуң актрисаны үҙ иткән, уның ижадына ғашиҡ булған тамашасыларҙың һаны бермә-бер артты.
Сәхнә биҙәлешенә килгәндә, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Нурия Ғәбиҙуллина бөгөнгө мөмкинлектәрҙе бик отошло файҙаланған. Ҙур күләмле, ауыр декорациялар ҡормаған. Компьютер һәм яҡтылыҡ ярҙамында кәрәкле йыһазды һәм урынлы мөхитте тыуҙырған. Героиняның эске тойғоларын аңлатыусы ауыр-ауыр болоттар һәм бейек-бейек тауҙар йәки йондоҙҙар тулы күк йөҙө, шулай уҡ ҡар яуыуы һәм башҡа картиналар тамашасының кәйефенә ныҡ йоғонто яһай, сәхнәлә барған тойғо-кисерештәрҙе байытып ебәрә. Кәрәкле урында өҫтән төшөрөлә биреп алынған йорт күренештәре лә тәрән мәғәнәгә эйә. Тәүге сәхнәләрҙә улар алтынға ялатылған – был героиняның алтын ситлек эсендә йәшәгәненә ишара яһаһа, һуңғы сәхнәләрҙә ул ҡоролмаларҙың үҙгәрә барыуы ла яҙмышының ыңғай яҡҡа боролорон вәғәҙә итә.
Героиняның хәл-торошон, кисерештәрен, уларҙың үҙгәрә барғанын музыка ныҡ байыта, һүҙһеҙ сәхнәләрҙе төшөнөргә ярҙам итә. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе спектаклдең хореографияһына ҡарата ла әйтергә мөмкин. Үрҙә әйтеүемсә, бейеү сәхнәләре ярҙамында режиссер сюжеттың оҙон-оҙаҡ итеп күрһәтергә тейешле урындарын ҡыҫҡа күренештәр менән асып биргән. Спектаклдең музыкаһы уңышлы табылыуға туҡталып, сәхнәне ошо йәһәттән дә, хореография буйынса ла режиссер Илдар Вәлиев үҙе биҙәгәнен әйтергә кәрәк. Был бурысты ла ул бик уңышлы атҡарған.
Геройҙарҙың кейеме лә уларҙың холҡона, яҙмышына, заманға тап килгәнен айырып билдәләү мотлаҡ. Костюм буйынса рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанованы уңышлы эше менән ҡотларға мөмкин.
Пьесаны уҡымайынса, спектаклде бер генә ҡарауҙа тыуған эмоциональ тәьҫораттарҙы уртаҡлашыуҙы ошоноң менән ослайым. Әлбиттә, был яҙма төрлө яҡлы профессиональ тикшереүгә дәғүә итә алмай, әммә минең генә түгел, бар тамашасыларҙың әҫәрҙән алған матур, ыңғай тойғоларын аңлаталыр. Спектаклгә төрлө яҡтан төплө анализ яһаған рецензиялар киләсәктә булыр, тип өмөтләнәм.
- Наил ҒӘЙЕТБАЙ