Инде 30 йылға яҡын китапханала эшләү дәүерендә күп кенә замандаштар менән бер рәттән шағирҙар, яҙыусылар, драматургтар һәм сатириктар менән аралашырға насип булды.
Беҙҙе бөгөн мәктәп программаһына ингән хикәйәләр, повестар яҙмышы айырыуса борсой. Үҙебеҙгә килгәндә иһә, теге йәки был ҙур наградаларға дәғүә иткән яҙыусыларыбыҙҙың ижадын ҡеүәтләп, ышаныс, дәртләндереү сәләмдәрен дә юллайбыҙ. Дөйөм тулҡында беҙҙең дә ҡатнашыуыбыҙ, бәлки, ҡайһы бер саҡ этәргес көс тә була, тип аңлайбыҙ. Ғөмүмән, ижадсылар китапхана хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә, тип әйтергә теләүем, сөнки кешегә һаулыҡ өсөн табип кәңәше нисек кәрәк, беҙ ҙә шул тәңгәлдә рухиәт өлкәһенең шәфҡәт туташтары.
Теге йәки был мәсьәләләрҙә, мәғлүмәти ярҙам кәрәккәндә, гел генә интернет кәңәше түгел, беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәренең ярҙамына ихтыяж тыуа. Тематик кисәләр, әҙәбиәт байрамдары, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар китап уҡыусыға бай аҙыҡ бирә, ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһен дә арттыра. Бына шулай яҙыусы, китапханасы һәм дә уҡыусы тигән өсмөйөш барлыҡҡа килә лә инде.
Китапханала берәй авторҙың китабы булмаған саҡта аптырап ҡалған мәлдәр ҙә бар. Баҡыйлыҡҡа күскән, күптән инде тыуыуына 100 йылдан ашыу ваҡыт үткән авторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәре яңынан баҫылмауы ла беҙҙе бик борсой. Башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалған яҙыусыбыҙ Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романының инде таушалып бөтөүе күңелде ҡыра. Үҫмерҙәр әҙәбиәтенең дә ҡәнәғәтләндерерлек булмауы аяныслы. Әнүәр Бикчәнтәевтең тиҫтәләрсә йыл башҡорт телендә “Илсе ҡыҙы”, “Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар!”, “Нисә йәш һиңә, комиссар?” әҫәрҙәренең башҡорт һәм рус телдәрендә лә булмауы бик эсте бошора. Рус телендәге китаптар менән башҡорт гимназияһы уҡыусыларының ихтыяжын үтәп булмай.
Яҡташыбыҙ Динис Бүләковтың “Саған япраҡ яңырта” повесы башҡорт телендә бөтөнләй юҡ, яңыраҡ арабыҙҙан киткән Ноғман Мусиндың “Йыртҡыс тиреһе” тигән әҫәрен күптәр уҡырға һорай, әммә мәсьәлә хәл ителмәй ҡала. Был хаҡта, әлбиттә, китапхана селтәрҙәре етәкселегенә лә хәлебеҙҙе аңлатҡаныбыҙ бар, әммә уларҙың нәшриәттәр менән тығыҙ бәйләнеше юҡ, шулай уҡ һуңғы йылдарҙағы көрсөк тә бәкәлгә һуға, әлбиттә. Китапхана хеҙмәткәрҙәре булһаҡ та, беҙ бит ижади эшмәкәрлек менән бәйлебеҙ, ҙур әҙәби йыйындарға китапханасыларҙы, әҙәбиәт менән эшләүсе бүлек секторҙарын да саҡырыу мөһим, тип уйлайым.
- Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА
Мәләүез ҡалаһы