Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Декабрь 2022, 10:00

Башҡорт тоҡомло ат кемгә эләкте?

"7 егет" телепроектының дүртенсе миҙгеле еңеүсеһе иғлан ителде.

Башҡорт тоҡомло ат кемгә эләкте?
Башҡорт тоҡомло ат кемгә эләкте?

Ошо көндәрҙә “7 егет” телевизион проектының финалы уҙҙы. Төп бүләк – башҡорт тоҡомло ат – Инсаф Йәмилевкә эләкте.

“7 егет” реалити-шоуы мәҙәни традицияларҙы, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм пропагандалауға, шулай уҡ үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Ҡатнашыусылар балта оҫталығы, йылҡысылыҡ, тимерлек, күн, туҙ эше һәм башҡа халыҡ кәсептәре серҙәренә төшөнә. Шуның менән бергә йәштәр ысын тормош мәктәбе үтә, сыҙамлылыҡҡа, эшкә һәләтлелеккә, түҙемлелеккә, тәүәккәллеккә тикшереү үтә.

IV миҙгелдә Арыҫлан Искәндәров (Ейәнсура районы), Инсаф Йәмилев (Көйөргәҙе районы), Ғәзинур Ырыҫмөхәмәтов (Мәскәү ҡалаһы), Айнур Ғимранов (Салауат районы), Алмас Малыбаев (Белорет районы), Мирас Үҙәнбаев (Баймаҡ районы) Һәм Рушан Юламанов (Йылайыр районы) ҡатнашты.

Фото: "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы".

Башҡорт тоҡомло ат кемгә эләкте?
Башҡорт тоҡомло ат кемгә эләкте?
Башҡорт тоҡомло ат кемгә эләкте?
Башҡорт тоҡомло ат кемгә эләкте?
Башҡорт тоҡомло ат кемгә эләкте?
Башҡорт тоҡомло ат кемгә эләкте?
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: